газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
2 Сентябрь 2019, 15:31

Бер аҙнаға йондоҙнамә

Был аҙнаға астрологтар нимә юрай? Кем өсөн осор уңышлы булыр, ә кемгә юҡ, кемдең матди хәле яҡшырып китер, ә кемгә, киреһенсә, аҡсаһын һаҡсылыраҡ тотонорға кәрәк - быларҙың барыһын да йондоҙнамәнән уҡып белерһегеҙ.

Был аҙнаға астрологтар нимә юрай? Кем өсөн осор уңышлы булыр, ә кемгә юҡ, кемдең матди хәле яҡшырып китер, ә кемгә, киреһенсә, аҡсаһын һаҡсылыраҡ тотонорға кәрәк - быларҙың барыһын да йондоҙнамәнән уҡып белерһегеҙ.

Йондоҙнамә
(2-8 сентябрь)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Көҙ башында ҡуҙыларҙың үҙ-үҙенә ышанысы артыр. Һөҙөмтәлә уларҙың эш һәм социаль әүҙемлеге көсәйер. Финанс проблемаларын да тиҙ хәл итерһегеҙ. Тик аҡса күп тотонмағыҙ. Физик яҡтан арығанлыҡ тойорһоғоҙ.
Буға (21.04-21.05)
Буғаларға аҙна буйына көстәрен һаҡларға кәңәш ителә. Тормоштағы кире күренештәрҙе лә сабыр үткәрегеҙ. Дөрөҫ туҡланыу хәйерлерәк. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, баш тартмағыҙ, күңелегеҙ булып ҡайтыр.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Башкөлләй матди мәсьәләләрҙе хәл итеүгә сумырһығыҙ. Хеҙмәт урынында эштәрегеҙ уңышлы ғына барыр. Яңы таныштарығыҙ барлыҡҡа килер, яңғыҙҙар икенсе яртыһын осратыуы мөмкин.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Эшлекле осрашыуҙар өсөн иң ҡулай осор. Берәй нимә килеп сыҡмаһа, бошонмағыҙ, бөтәһе лә яйға һалынасаҡ. Шәхси тормошоғоҙҙа икенсе енес вәкилдәренән алданыуығыҙ бар. Эштән тыш шөғөлөгөҙҙән килем алырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Тормошҡа позитив ҡарашта булырға тырышығыҙ. Көтмәгәндә кеҫәгеҙ ҡалынайып китер, тик аҡсаларҙы аҡыл менән тотоноғоҙ. Артыҡ ашауҙан, ҡулдарҙы йәрәхәтләүҙән һаҡланығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Бөтә башлаған эштәрегеҙ һөҙөмтәле булыр. Аҡсағыҙ күп икән, милек һатып алырға, бизнесҡа тотонорға мөмин. Бергә уҡыған, эшләгән кешеләрҙе осратырһығыҙ. Ялдарығыҙ бик күңелле үтмәксе.
Үлсәү (24.09-23.10)
Был аҙнала һеҙгә аҙымығыҙҙы үлсәп баҫырға тура килер. Нисек аҡса табырға тигән проблема килеп сығыр. Яңы белем алыуға ла өлгәшерһегеҙ. Ер эштәре менән булышыу күңелегеҙгә тыныслыҡ бирер.
Саян (24.10-22.11)
Саяндарҙы ыңғай үҙгәрештәр көтә. Һеҙҙе ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр ҡыҙыҡһындырмаҫ, ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешергә теләрһегеҙ. Нәҫелдән килгән ауырыуҙар үҙҙәрен һиҙҙереп ҡуйыр. Спорт менән шөғөлләнергә кәрәк.
Уҡсы (23.11-21.12)
Финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн иң ҡулай осор. Ижади, фәнни, белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эше шәп барыр. Өйҙә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ҡолаҡ, тамаҡты һалҡын тейҙереүҙән һаҡлағыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Эшегеҙҙең һөҙөмтәһе яҡшы килемдә сағылыш табыр. Тик коллегаларығыҙ менән менән һүҙгә килешерһегеҙ. Һөйгәнегеҙҙе көнләшеп йонсотмағыҙ. Ял көндәрендә лә эш менән булырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Хәлегеҙ етмәгән бурыстарҙы үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ. Юғиһә физик яҡтан «яныуығыҙ» мөмкин. Арҡа, терәк-хәрәкәт аппаратына бәйле сирҙәрҙең килеп тыуыуы бар. Балаларығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Был аҙнаға ҡорған пландарығыҙҙың тормошҡа ашмауы ихтимал. Сенсациялы хәлгә шаһит булырһығыҙ. Аҡсаны ипле тотоноғоҙ, елгә осормағыҙ. Романтикалы осрашыуҙарға саҡырырҙар.


Читайте нас: