Ҡамыр өсөн: 0,5 л һөт, 150 гр. аҡ май, 1 йомортҡа, 2 стакан он, 1 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 балғалаҡ сода, тәменсә тоҙ.
Шулай уҡ 500 гр тирәһе балан, ләүештең өҫтөнә буяу өсөн 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ май һәм 4 балғалаҡ шәкәр.
Ҡамыр баҫабыҙ. Уны ярты сәғәткә холодильникка ла ҡуйып торорға мөмкин. Баланды һыуҙа ҡайнатып алабыҙ, һыуын һарҡытып, һыуытабыҙ.
Табаға ҡамырҙы йәйеп һалғас, уның өҫтөнә крахмал һибәләргә. Эслек өсөн әҙерләнгән баланға манный һәм бер алма өҫтәп ебәрһәң дә була. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, ләүеш шәрбәт һәм тәмле булыр. Ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ҡаплағас, өҫтөн йомортҡа, май менән һылап, шәкәр һибегеҙ. 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 30 минут тирәһе тоторға.