газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
28 Август 2019, 15:53

Нимә булды был донъяға?

Нимә булды был донъяға? Туған,туғанды һөймәй.. Ҡай сағында йылдар буйы, Күрше,күршегә кермәй... Көпә-көндөҙ,ишек бикләп, Үтә шулай көндәре. Тәҙрәнән күҙен алмай, Килгән тиеп кемдәре.

Нимә булды был донъяға?
Туған,туғанды һөймәй..
Ҡай сағында йылдар буйы,
Күрше,күршегә кермәй..
Көпә-көндөҙ,ишек бикләп,
Үтә шулай көндәре.
Тәҙрәнән күҙен алмай,
Килгән тиеп кемдәре.
Ә ғәйбәт һөйләргә тиһәң,
Ауыҙҙары ябылмай.
Булмағанды һөйләмәһә,
Һөйләр һүҙ бит табылмай!!
Эстәрендә мәкер,бысраҡ..
Кеше тикшергән була.
Ник үҙҙәрен белмәйҙәр һуң,
Аптырайым мин шуға.
Раббым күрә барыһын да,
Һәр кемде ул тигеҙләй.
Бары бысраҡ йәнлеләр тик,
Кешелә ғәйеп эҙләй!!!
Хәлиҙә Әсхәҙуллина.
Читайте нас: