26 августан 1 сентябргә тиклем йондоҙнамә.
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Күберәк ваҡытығыҙҙы һөйгәнегеҙ менән уҙғарығыҙ. Кемдеңдер оҙаҡ йылдар күңелендә һаҡлаған серен белерһегеҙ. Был турала бер кемгә лә өндәшмәгеҙ. Туҡланыу рационына иғтибар итегеҙ.
Был аҙнала ныҡ арырһығыҙ, кәйефегеҙ ҙә бик яҡшынан булмаҫ. Икенсе яртығыҙҙың һеҙгә хыянат итеүе ихтимал. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ, документтарға ҡул ҡуймағыҙ. Сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән табипҡа күренегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был аҙнала һеҙҙе күп кенә шатлыҡлы ваҡиғалар көтә. Балаларығыҙ менән генә бер аҙ проблемалар килеп сығыр. Ситтә «роман» булдырып, һөйгәнегеҙҙе алдай күрмәгеҙ. Юғиһә, был турала барыһы ла беләсәк. Бүләк алып ҡыуанырһығыҙ.
Ғаиләгеҙҙең, дуҫтарығыҙҙың ярҙамына мохтаж булырһығыҙ. Кем менәндер араларҙы өҙөр алдынан ныҡлы уйлағыҙ. Суд эштәре һеҙҙең файҙаға тамамланасаҡ. Эш буйынса көнәркәштәрегеҙ аяҡ салырға уйлай. Матди хәлегеҙ яҡшырыр.
Бөтә нәмәне лә һаҡсыллыҡ һәм иғтибар менән башҡарырға кәрәк булыр. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға еңел ирешерһегеҙ. Өҫтәмә килем сығанаҡтарын эҙләгеҙ. Хеҙмәт урынын алыштырыу өсөн уңайлы ваҡыт. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр алырһығыҙ.
Эш урынынан командировкаға ебәрерҙәр. Ризалашығыҙ, ул бик отошло буласаҡ. Үрләтеүҙәре лә ихтимал. Сәләмәтлегегеҙҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, табипҡа барыуҙы кисектермәгеҙ. Бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ.
Ғаиләләге элекке проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге тыуыр. Сәйәхәткә сығыу, мауыҡтырғыс сараларҙа ҡатнашыу өсөн уңышлы осор. Яңы кешеләр менән танышырһығыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән аралар яҡшы. Башығыҙ ауыртып йонсотор.
Юлға сыҡмағыҙ, белмәгән кешеләр менән аралашмағыҙ. Килемегеҙ кәмер. Элекке дуҫ-иптәштәрегеҙ менән осрашыу тормошоғоҙҙо бөтөнләй икенсе яҡҡа бороуы ихтимал. Күберәк ял итергә тырышығыҙ. Нервығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Таяныр кешегеҙ булһа ғына, ҡатмарлы эштәргә тотоноғоҙ. Үтескә биргән аҡсағыҙҙы тиҙ арала ғына ҡайтармаҫтар. Балаларҙы тәрбиәләүгә иғтибарығыҙҙы нығыраҡ йүнәлтегеҙ. Яҡын кешегеҙ, уға ваҡытты аҙ бүлеү сәбәпле, һеҙгә үпкәләр.
Тормош тәжрибәһе ҙур булғандарҙың кәңәшен инҡар итмәгеҙ. Ялдарҙы ғаиләгеҙ менән бергә үткәрегеҙ. Финанс көрсөгө кисерерһегеҙ. Әлегә күп аҡса табыу форсаты теймәй. Шаршамбы пландарығыҙ үҙәрер. Эске тауышығыҙға ғына таянығыҙ.
Көс-дәртегеҙҙең артыуын һиҙерһегеҙ. Йәрәхәттәр алыу ихтималлығы ҙур. Туғандарығыҙ менән йомшағыраҡ мөғәләмәлә булығыҙ. Алынған бөтә тәҡдимдәр буйынса белгестәр менән кәңәшләшегеҙ. Шәмбе көн бүләк ҡабул итеп ҡыуанырһығыҙ.
Һеҙҙең өсөн бик ҡатмарлы ваҡыт. Шәхси тормошоғоҙҙа хәлдәр көйлө. Эстән өр-яңы пландар менән янаһығыҙ. Әммә уның тураһында бер кемгә лә өндәшмәгеҙ - әлегә сер булып ҡалһын. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Яңы әйбер һатып алырһығыҙ.