2 кг эре помидор, 1,5 кг баклажан, 1,2 кг кишер, 250 г һарымһаҡ, 1 әсе ҡыҙыл борос, петрушка, 0,5 л көнбағыш майы, 120 мл 9 процентлы һеркә, 2 ҡалаҡ тоҙ һәм 200 г шәкәр.
Кишерҙе таҙартып, ҡырғыстан ҡырырға. Помидорҙы эҫе һыуҙа бешекләп тышын һыҙырып алырға һәм ит турағыс аша үткәрергә. Әсе боросто һәм баклажанды йыуып, шаҡмаҡлап турарға. Һарымһаҡты иҙергә, петрушканы ваҡларға. Бөтә компоненттарҙы бергә ҡушып, көнбағыш майы, тоҙ, шәкәр һәм һеркәнән әҙерләнгән маринад ҡойоп, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң ҡапҡасын ябып, талғын утта 45 минут самаһы быҡтырырға. Салат әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға тултырырға һәм тимер ҡапҡас менән ябырға.
1 литрлыҡ банканың төбөнә петрушка, һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы һалырға һәм дүрт өлөшкә бүленгән помидорҙарҙы тултырырға. Өҫтөнә түңәрәкләп ҡырҡылған һуған һалғандан һуң маринад ҡойорға һәм ҡапҡастарын ябырға.
Маринад өсөн: 3 л һыу, 3 ҡалаҡ тоҙ, 7 ҡалаҡ шәкәр, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы алына. Шуларҙы ҡайнатып сығарғандан һуң 1 стакан һеркә ҡойоп, банкалар өҫтөнә ҡойола.