Хужабикәләр ҡыҙыу йәй уртаһында ҡайнатмалар әҙерләү менән мәшғүл булһа, хәҙер иһә баҡсаларҙа йәшелсәләр өлгөрҙө. Һәр кем үҙе үҫтергән баҡса ниғмәттәренән ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар, икралар яһап, помидор-ҡыяр тоҙлап ҡалырға тырыша. Түбәндә һеҙгә еңел генә рецептар тәҡдим итәбеҙ.
2 кг помидор, 0,5 кг һуған, 0,5 кг татлы борос, 1 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ гәрсис, 1 балғалаҡ төйөлгән ҡара йә ҡыҙыл борос.
Йәшелсәләрҙең барыһын да ит турағыс аша үткәреп, 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан массаға тоҙ, борос, шәкәр, гәрсис өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.