Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуып турарға, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрергә. Көнбағыш майының яртыһын һалып помидор менән сөгөлдөрҙө айырым, һуған, кишер менән боросто айырым һауытта бешерергә. Яҡынса 20 минуттан барыһын бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушып, тағы ла 20 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып ябырға. Ҡышҡыһын иһә һурпаға картуф, кәбеҫтә һалып бешереп, әҙер борщты ҡушһаң, телеңде йоторлоҡ аш була.