Утҡа хаҡтар артҡандан-арта. Уны һаҡсыл тотоноу янсыҡтағы аҡсаны бер аҙ янда ҡалдырырға булышлыҡ итер.
* Иң уңышлы ысул - энергияны һаҡлаусы лампочкалар йә булмаһа диодлы яҡтыртҡыстар ҡуйырға. Һуңғыларының хаҡы бер аҙ ҡыйбатыраҡ. Уның ҡарауы, был утты 6-10 тапҡырға экономияларға мөмкинлек бирә.
* Көнкүреш техникаһының энергияны аҙ «ашағанын» һайлағыҙ. Мәҫәлән, «А++» класлы кер йыуыу машинаһы «А» класлы моделдән электрҙы 20 процентҡа аҙыраҡ ҡуллана.
* «NO FROST» системаһы булмаған һыуытҡысты мөмкин тиклем йышыраҡ эретергә кәрәк. Уның эсенә бүлмә температураһына еткерелгән ризыҡтарҙы ғына ҡуйырға.
* Кер йыуыу машинаһы 30 градус йылы һыуҙа ла кейемдәрҙе яҡшы йыуа һәм һыу температураһы 40 градус булғандағыға ҡарағанда электр энергияһын 35 процентҡа экономиялай.
* Электр йыһаздарын розетканан алып ҡуйырға ғәҙәтләнегеҙ. Компьютер, телевизорҙар һәм башҡа техника «көтөү» режимында айына шаҡтай киловатт «ашай».