газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
5 Август 2019, 14:59

Был аҙнаға йондоҙнамә

Был аҙнанан нимә көтәһегеҙ? Ул уңышлы булырмы-юҡмы? Астрологтар һеҙгә нимә юрай икән? Беҙҙең йондоҙнамәнән уҡып белегеҙ.

Был аҙнанан нимә көтәһегеҙ? Ул уңышлы булырмы-юҡмы? Астрологтар һеҙгә нимә юрай икән? Беҙҙең йондоҙнамәнән уҡып белегеҙ.

Йондоҙнамә

(5-11 август)

Ҡуҙы (21.03-20.04)

Ҡуҙыларҙы яҡшы көндәр көтә, тик отпускка ҡорған пландарығыҙҙың ғына үҙгәреүе ихтимал. Эштә етәксегеҙҙән маҡтау һүҙҙәрен ишетерһегеҙ. Икенсе яртығыҙҙы көнләштермәгеҙ. Өйөгөҙгә матур әйбер һатып алырһығыҙ.

Буға (21.04-21.05)

Буға бер аҙ төшөнкөлөккә бирелем алыр, шул ваҡытта яҡындарығыҙҙың һәр ваҡыт терәк булырға әҙерлеген тойорһоғоҙ. Аҡса янсығын юғалтып ҡуймағыҙ. Ял көндәре күңелле һәм шау-шыулы үтер.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)

Эштәрҙәге тотороҡлолоҡҡа ҡарамаҫтан, элек хәл ителмәй килгән мәсьәләләр үҙен иҫкә төшөрөр. Сығымдарығыҙ күп булыр. Ғәҙәти булмаған урындарға саҡырыуҙар алырһығыҙ. Һаулыҡҡа иғтибар бүлергә онотмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)

Аҙна файҙалы яңы танышлыҡтар булдырыу билдәһе аҫтында үтер. Улар көндәлек эштәрегеҙҙә ныҡлы йоғонто яһар. Сәфәргә лә сығырға тура килер. Яҡындарығыҙға тормошҡа зарланыуығыҙ оҡшамаҫ.

Арыҫлан (24.07-23.08)

Финанс һорауҙарын ашығыс хәл итмәгеҙ. Шулай уҡ һәр төрлө хәбәрҙәрҙе лә тикшереп ҡабул итегеҙ. Яңғыҙ ҡыҫалалар икенсе яртыһын осратыр. Буш ваҡытығыҙҙы матурланыу, ижад итеүгә бағышлай алаһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08-23.09)

Эш буйынса тәҡдимдәргә етди ҡарағыҙ. Өҫтәмә килем алыу юлы ла килеп сығыр. Ғаиләле ҡыҙҙар төп аҡса табыусыға әйләнер. Был арала тештәрҙе дауалап алырға кәрәк булыр. Ял көндәрен тыныс ҡына тәбиғәт ҡосағында үткәрегеҙ.

Үлсәү (24.09-23.10)

Дүшәмбенән шаршамбыға тиклем - мәшәҡәтле көндәр. Шуға ҡарамаҫтан һеҙ һәр төрлө ҡатмарлы хәлдән дә сығыу юлын табырһығыҙ. Был көндәрҙә танышҡан кешеләрегеҙ иң яҡын дуҫтарығыҙға әйләнер.

Саян (24.10-22.11)

Башкөлләй эшкә сумырһығыҙ, яҡындарығыҙға хәлде аңлатырға тырышығыҙ. Кәрәккәнгә лә, кәрәмәгәнгә лә аҡса түкмәгеҙ, юғиһә, финанс мохтажлыҡ һиҙелер. Ялығыҙ дуҫтар менән осрашыуға ҡоролор.

Уҡсы (23.11-21.12)

Етәксе, хеҙмәттәштәр менән араларҙы һәйбәтләү өсөн иң ҡулай осор. Ғаиләлә ихтирам, һөйөү тантана итер. Көтмәгән ерҙәм ярҙам алырһығыҙ. Сынығыу күнекмәләренә, витамин терапияһына тотонорһоғоҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)

Тормошҡа ашмаҫтай эштәргә тотонмау хәйерлерәк. Йома көндө шәхси тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Һаулыҡ хәстәрлек талап итер. Ял көндәренә туғандарығыҙҙы ҡунаҡҡа көтөгөҙ.

Һыуғояр (21.01-19.02)

Эштәге һүлпәнлегегеҙ етәкселеккә оҡшамаҫ, тәнҡит һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Яҡындарығыҙ менән булыу өсөн дә ваҡыт табығыҙ. Осраҡлы хәл финанс хәлегеҙҙең яҡшырыуына булышлыҡ итер.

Балыҡ (20.02-20.03)

Бәхет ҡошоноң ҡойроғонан тотоп ҡалырға тырышығыҙ. Эске һиҙемләү тойғоһо арҡаһында әллә нимәләргә ирешә алырһығыҙ. Өйҙәге проблемаларығыҙҙы ситтәргә һөйләмәгеҙ. Отпускағыҙ был аҙнаға тура килһә, бик шәп үтәсәк.
Читайте нас: