газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
29 Июль 2019, 18:25

ТОРМОШ АУЫР, ТИБЕҘ..

Тормош ауыр, тиеп зарланабыҙ, Кем күргән һуң бындай тормошто? Тәмле ашай, матур кейенәбеҙ,Ошо әллә насар тормошмо?

Өйҙәребеҙ йылы, газ яғабыҙ,
Уты-һыуы кергән , ни кәрәк?
Автобусты хатта туҡтаттылар,
Машинаһыҙ кеше бик һирәк.
Кер йыумайбыҙ, автоматҡа ғына,
Тапшырҙыҡ беҙ ошо эште лә.
Мультиварка, микроволновкалар,
Эшләп тора һәр бер кешелә.
Алтын-көмөш, затлы тундар өҫтә,
Ә үҙебеҙ һаман туймайбыҙ.
Донъялары бигерәк ауыр тиеп,
Бер Хоҙайҙан ярҙам һорайбыҙ.
Яңлышабыҙ, тормош бик тә һәйбәт,
Насарланды хәҙер үҙебеҙ.
Булғанына беҙ ҡәнәғәт түгел,
Гел яҡшыла ғына күҙебеҙ.
Шөкөр итәйек әйҙә булғанына,
Мал артынан ҡыумайыҡ, тын алайыҡ.
Элек кеше нисек йәшәгән, тип,
Бер аҙ ғына әйҙә уйланайыҡ.
Ҡәнәғәт һәм рәхәт йәшәнеләр,
Дуҫ һәм татыу ине кешеләр.
Булғанына шөкөр итә белеп,
Тыныс ҡына донъя көттөләр.
Мейескә яҡтыҡ көнгә нисә тапҡыр,
Ауыр тиеп, һыҡрап өндәшмәнек.
Бер кейемде кейҙек нисә йылдар,
Зарланманыҡ, йырлап йәшәнек.
Өй тултырып үҫте бала-саға,
Һағынмайбыҙ шуны ҡайһыбыҙ.
Арттырмайым әле хәйерсе, тип,
Хәҙер инде бала тапмайбыҙ.
Машина ла кәрәкмәне элек,
Йәйәү йөрөнө халыҡ, үлмәне.
Бөгөнгөләй яҡшы тормошто ул,
Төшөндә лә хатта күрмәне.
Тормыш ауыр, тибеҙ, зарланабыҙ,
Зарланырға бармы сәбәбе?
Барыһы ла етә, хатта артып китә,
Туҡтағаста ғүмер сәғәте...
Гөләрә Шәрипова.
Читайте нас: