газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
26 Июль 2019, 13:14

Йондоҙҙар ни юрай?

29 июлдән 4 авгусҡа тиклем йондоҙҙарҙың ни юрағанын йондоҙнамәне уҡып белә алаһығыҙ.

29 июлдән 4 авгусҡа тиклем йондоҙҙарҙың ни юрағанын йондоҙнамәне уҡып белә алаһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 - 20.04)

Был аҙнала әллә ни әһәмиәтле ваҡиғалар көтөлмәй. Эшлекле осрашыуҙар, белемде камиллаштырыу өсөн уңайлы мәл. Бай тормош тәжрибәһе булған кешеләрҙең кәңәшен кире ҡаҡмағыҙ. Бер нәмәгә лә бирешмәгеҙ, шул саҡта уңыш йылмайыр.

Буға (21.04 - 21.05)

Кемдеңдер килеүе йәки телефондан шылтыратыуы аптырауға һалыр. Ҡомарлы уйындарҙан йыраҡ тороғоҙ. Күптән онотолодо, тип һаналған проблема ҡабаттан килеп сығыр. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә туғандарығыҙҙың әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 - 21.06)

Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр бихисап булыр. Ваҡытығыҙҙы ғаиләгеҙгә лә, эшкә лә дөрөҫ итеп бүлә белергә кәрәк. Берәү һөйөүен белдерер. Татлы һүҙҙәренә ышанырға ашыҡмағыҙ. Сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 - 23.07)

Уйламаған-нитмәгәндә апаруҡ суммала аҡса инер. Социаль селтәрҙәге танышлыҡ та уңыш килтерер. Ғаиләгеҙ менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн яҡшы осор. Иҫерткес эсемлектәр эсеүҙән һәм фаст-фуд ашауҙан тыйылығыҙ.

Арыҫлан (24.07 - 23.08)

Аҙна тыныс үтер. Тирә-йүндәгеләр менән мөнәсәбәттәр зарланырлыҡ түгел. Эштә маҡтау һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Парһыҙҙар үҙ ишен табыр. Эре әйбер һатып алыу өсөн шәп ваҡыт. Һаулығығыҙға ҡарата битараф булмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 - 23.09)

Кемделер аҡса юҡлығы, бәғзеләрҙе туғандар менән мөнәсәбәттәр борсор. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кәйефегеҙ яҡшы. Күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеге лә сығыр.

Үлсәү (24.09 - 23.10)

Мәшәҡәтле, ығы-зығылы осор көтә. Тапҡан аҡсағыҙ теләһә нәмә алыуға китеп торор. Хеҙмәттәштәрегееҙ менән дә аралар шәптән түгел. Ысын дуҫ тип һаналған кешенең мәкерле уйҙарын белгәс, аяҡ аҫтында ер убылғандай тойолор.

Саян (24.10 - 22.11)

Кеше ҡотҡоһона бирелмәгеҙ. Документтағы һәр мәғлүмәт менән ентекле танышығыҙ.Ял көндәре йыраҡтан ҡунаҡ килеүе ихтимал. Шау-шыулы ҡала еренән тәбиғәт ҡосағына сығырғ тырышығыҙ. Отпуск алыу ҙа ҡамасауламаҫ.

Уҡсы (23.11 - 21.12)

Эштә лә мәшәҡәттәр күп, ғаиләлә лә тыныс түгел. Туғандарығыҙ үҙ-ара ыҙғышып бер булыр. Аҡсағыҙҙы әрәм-шәрәм итмәгеҙ. Һаулығығыҙға ҡул һелтәп ҡарамағыҙ. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөгән егетегеҙ шәп сюрприз менән ҡыуандырыр.

Ылаҡ (22.12 - 20.01)

Бүләктәр менән шатландырырҙар. 2 августан алып гел иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Шуға күрә, үҙегеҙҙе тәртипкә килтерер өсөн ваҡыт йәлләмәгеҙ. Яҙмышығыҙҙы үҙгәртерҙәй осрашыу көтөлә. Шикле әҙәмдәр менән аралашмағыҙ.

Һыуғояр (21.01 - 19.02)

Тормошоғоҙҙа күп нәмәне үҙгәртергә тура килер. Гел ярҙам һорап маҙағыҙға тейгән кешеләргә «юҡ!» тип әйтергә көс табығыҙ. Яңы күршегеҙ аптыратып бер булыр. Бирмәҫ инде, тип ҡул һелтәп ҡуйғандар бурыстарын ҡайтарыр.

Балыҡ (20.02 - 20.03)

Йортоғоҙҙа йәм, матурлыҡ тыуҙырыр өсөн көсөгөҙҙө йәлләмәгеҙ.Ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙан, танышлыҡтарҙан күп файҙалы мәғлүмәт алырһығыҙ. Эштәрҙе алдан планлаштырмағыҙ. Ял көндәрендә ҡунаҡ ҡаршы алырға әҙерләнегеҙ.
Читайте нас: