газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
25 Июль 2019, 19:07

Сливанан джем

1 кг слива, 600 г шәкәр.

1 кг слива, 600 г шәкәр.

Әгәр слива әскелтем булһа, шә­кәр­ҙе күберәк ҡушыр­ға мөмкин – барыһы ла һеҙҙең зауыҡҡа бәйләнгән. Джем бик ҡуйы килеп сыға һәм бәлеш бешергәндә дә ҡулла­ныр­ға ярай.

Сливаны йыуырға һәм һәр береһенең ситен бысаҡ менән ҡырҡырға. Тосын алғандан һуң блендер менән иҙмә эшләргә һәм шәкәр ҡушып, кәстрүлгә һалырға. Ошо масса талғын утта 40 минут самаһы ҡайнатыла, джем ҡуйырырға тейеш. Әҙер­ләгән ваҡытта сыҡҡан күбекте йыйып торорға.

Әҙер джемдың төҫө бик матур була. Уны банкаларға эҫе килеш һалалар һәм стерилләйҙәр.


Читайте нас: