Банкаларҙы, ҡапҡастарын сода менән йыуырға һәм стерилләргә. Ҡарағатты яҡшылап йыуып, ҡороторға кәрәк. Еләктең биштән бер өлөшөн блендер менән яҡшылап иҙергә. Уның өҫтөнә ҡалған ҡарағатты һәм шәкәрҙе өҫтәп, яҡшылап бутарға. Әлеге массаны утҡа ҡуйырға. Ул ҡайнап сығырға тейеш түгел. Ҡайнап сығыр-сыҡмаҫ килеш утта биш минут самаһы тоторға. Үҙ һутында әҙерләнгән ҡарағатты банкаларға эҫе ваҡытында ҡойорға кәрәк. Банкалар яҡшы итеп стерилләнгән осраҡта бик оҙаҡ һаҡланасаҡ.