газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Июль 2019, 16:10

Ер еләгенән ҡайнатма

1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына.

1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына.

Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ.

Еләктәрҙе, ныҡ һалҡын һыуҙа сайҡаталар. Уның һыуы ағып бөткәндән һуң шәкәрҙең яртыһын ҡушып, һалҡынса урынға 5 -6 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Еләктәрҙән ағып сыҡҡан һутты алып, ҡалған шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләйҙәр. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотола. Уны еләк өҫтөнә ҡойоп, тағы ла ярты көнгә ҡуйып торалар. Бынан һуң ҡайнатма утҡа ҡуйыла һәм талғын ғына ‘итеп 5-7 минут ҡайнатыла. Әлеге массаны тағы ла 4 сәғәт самаһы тотоп торорға кәрәк, был сироп еләккә ныҡлап һеңһен өсөн эшләнә.

Иң һуңынан еләктәр 15 - 20 минут самаһы ҡайнатыла һәм банкаларға һалына. Эҫе килеш һалырға ла мөмкин.


Читайте нас: