Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Июль 2019, 16:05

Абрикостан ҡайнатма, ҡаҡ

Был аҙыҡ бик файҙалы, ябығырға теләүселәргә шәп тәмлекәс булыуы менән ҡиммәтле.

Абрикостан ҡайнатма

Абрикостарҙы йыуып, киптереп бер нисә урындан тишергә. Тишеү өсен энә түгел,нәҙек кенә ағас таяҡтар ҡулланыла. Сироп ҡайнатыла һәм емеш өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлек тоталар. Бынан һуң сиропты айырып алып, ҡайтанан ҡайнарырға ла тағы ла абрикостар өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлек тоторға. Өсөнсө көнгә абрикостарҙы утҡа ҡуйырға һәм емештәр үтә күренмәлегә әйләнгәнсе ҡайнатырға.


Абрикостан ҡаҡ

Был аҙыҡ бик файҙалы, ябығырға теләүселәргә шәп тәмлекәс булыуы менән ҡиммәтле.

Ныҡ өлгөргән, хатта иҙелә башлаған абрикос кәрәк. Емеште ике килонан ашыу алығыҙ. Шәкәр бер кило талап ителә. Желе барлыҡҡа килһен өсөн махсус ҡулланмалар кәрәк буласаҡ, мәҫәлән, Желфикс порошогы. Ул 10 г самаһы кәрәк.

Абрикосты йыуырға, серектәрен алып ташларға, төштәренән таҙартырға. Емеште иҙер өсөн ит үткәргес йәки махсус комбайн ҡулланыр­ға була. Бынан һуң абрикосҡа шәкәр менән порошок ҡушыла. Әйткәндәй, борон ҡаҡты емешкә бер нәмә лә ҡушмай ғына эшләгәндәр, махсус онтаҡты ҡулланмаҫҡа ла булалыр. Шәкәрле абрикосты ярты сәғәт ҡайнатырға кәрәк.

Килеп сыҡҡан массаны һыуытыр­ға. Фольга, клеенка йәки пергамент ҡағыҙы кәрәк буласаҡ. Ҡаҡты ҡалыныраҡ итергә теләүселәр фольганың ситен бөрөп ҡуя ала. Массаны йәйеп һалырға. Уртаса алғанда, уның ҡалынлығы ярты сантиметр самаһы буласаҡ. Хәҙер киптерергә һалып ҡуябыҙ. Көтөргә теләмәгәндәр мейестә лә ҡоротоп ала, кемдер ҡараңғы һәм һалҡын урында тота. Бынан һуң әйләндереп, тағы ла киптерәләр. Ҡаҡты теләгән бер формала ҡырҡырға була. Һаҡлаған ваҡытта торба итеп төрөп һалырға мөмкин.


Читайте нас: