газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
19 Июль 2019, 16:06

Стена күгәрһә, фурацилин менән йыу

1 стакан һыуға 10 төймә «фурацилин»ды төйөп һалырға һәм күгәргән урындарҙы артыҡ еүешләтмәйенсә генә йыуырға.

1 стакан һыуға 10 төймә «фурацилин»ды төйөп һалырға һәм күгәргән урындарҙы артыҡ еүешләтмәйенсә генә йыуырға. Кипкәнен көтөргә һәм быны тағы бер ҡабатларға. 3-4 айҙан, профилактика өсөн, 1 литр һыуға 10 төймә ошо дарыуҙы һалып, стеналарҙы ҡабаттан һөртөп алырға.


Кер һабыны менән йыуырға

Линолеум һәм паркетты ҡайнар һыу менән йыуырға ярамай. Сода, нишатыр спирты ҡушыу ҙа тыйыла. Иң яҡшыһы, йылы һыуға ҡырғыстан үткәрелгән аҙ ғына кер һабыны ҡушырға.

Паркет иҙәнде һалҡын һыуға манып яҡшылап һығылған сепрәк менән йыуалар. 1 стаканға 1 аш ҡалағы глицерин ҡушырға ла була.
Читайте нас: