Түбәндәге тест һорауҙарына яуап биреп, никахығыҙға тарҡалыу ҡурҡынысы янаймы-юҡмы икәнлеген тикшереп ҡарағыҙ. «Эйе» яуабы өсөн - 1 мәрәй, «юҡ» яуабы өсөн 0 мәрәй ҡуйығыҙ. Был тест ҡатын-ҡыҙҙар өсөн.
1. Йыш ҡына ирегеҙ үҙ уйҙарына бирелеп, һеҙҙең менән һөйләшмәй торамы?
2. Наҙлы һүҙҙәр менән атауҙан туҡтанымы?
3. Арығанлыҡҡа һылтанып, балалар менән шөғөлләнеүҙән, өй эштәрендә ярҙамлашыуҙан баш тартамы?
4. Йорттағы тәртип, таҙалыҡ һәм һеҙ әҙерләгән аш-һыуға ҡарата йыш ризаһыҙлыҡ белдерәме?
5. Хужалыҡ буйынса нимәлер эшләргә тура килгәндә мыжыймы?
6. Һеҙҙең проблемаларығыҙ уның асыуына тейгән кеүек тойолмаймы?
7. Уны ҡыуандырырға теләп башҡарған эшегеҙҙе йыш тәнҡитләйме?
8. Һеҙ һөйләгәндә «беләм», «юҡ» тигән һүҙҙәр менән, һүҙегеҙҙе әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәй, бүлдерәме?
9. Ул «беҙҙең» тип әйтер урынға «һинең йортоң», «һинең балаларың» тигән һүҙбәйләнеште ҡулланамы?
10. Өйҙә нисек тә әҙерәк булыр өсөн сәбәп эҙләгән кеүек тойолмаймы?
0 - 3 мәрәй. Һеҙҙең ғаилә нигеҙе ныҡ. Ирегеҙ, ысынлап та, һеҙҙең хаҡта шулай хәстәрлек күрә икән, уны һаҡлағыҙ.
4 - 7 мәрәй. Упҡындың ситендә генә тораһығыҙ. Бөтә проблемаларҙы ентекле уйлап, анализлап ҡына хәүефте еңә алаһығыҙ.
8 - 9 мәрәй. Никахығыҙҙы һаҡлап ҡалырға тырышмайһығыҙ. Ирегеҙ менән тест һөҙөмтәһе хаҡында бергәләп фекер алышып, арағыҙҙың ниңә һыуыныуын асыҡларғә кәрәк.
10 мәрәй. Был - иң хәүефле һөҙөмтә. Әгәр ҙә тормош иптәшегеҙ менән ике ят донъяла йәшәгегеҙ килмәһә, уны янығыҙҙа ҡалдырыу өсөн ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләгеҙ.