Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
8 Июль 2019, 12:39

Йондоҙнамә

Һәр кем иртәге көндән нимәлер көтә. Был аҙнаға йондоҙҙар беҙгә нимә юрай икән?

Һәр кем иртәге көндән нимәлер көтә. Был аҙнаға йондоҙҙар беҙгә нимә юрай икән?

(8-14 июль)

Ҡуҙы (21.03-20.04)

Ҡуҙылар үҙ алдына тик еңеүгә өлгәшергә тигән маҡсат ҡуйыр. Хеҙмәттәштәрегеҙ уңыштарығыҙға көнләшер, ә етәкселек ҡәнәғәт булыр. Машина, фатир алыу өсөн иң ҡулай мәл.

Буға (21.04-21.05)

Эштә артыҡ тырышып китеп, үҙегеҙҙә арығанлыҡ һиҙерһегеҙ. Ял итергә лә форсат табығыҙ. Дуҫтар менән осрашыу файҙаға булыр. Гардеробығыҙҙы яңыртыу күңелегеҙҙе күтәрер.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)

11-нән 14-нә тиклемге осор - һеҙҙең өсөн хәл иткес көндәр. Бөтә мөһим эштәрҙе ошо көндәргә планлаштырыу яҡшы булыр. Яҡындарығыҙ өсөн көйәләнеп алырһығыҙ. Кеҫәгеҙ ҡалынайыуын тойорһоғоҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)

Тормошоғоҙҙа нимәлер үҙгәртергә теләһәгеҙ, был осор иң ҡулайлыһы. Эштәгеләр менән мөнәсәбәттәр һәйбәтләнер. Мөхәббәттә лә уңыштар юлдаш булыр. Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ, ҡайтарып ала алмаҫһығыҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)

Был аҙнала башкөлләй эшкә сумырһығыҙ. Аҡса менән әҙерәк ауырлыҡтар килеп сығыр. Элекке таныштарығыҙ үҙҙәрен иҫкә төшөрөр. Ерҙә соҡоноу, еләк йыйыу - һеҙҙең өсөн иң яҡшы ял.

Ҡыҙ (24.08-23.09)

Һеҙҙе ялҡаулыҡ баҫып алыр, шулай ҙа үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл башҡарырһығыҙ. Эс серҙәрегеҙҙе барыһына ла һөйләмәгеҙ. Ғашиҡтар өйләнешергә ҡарар итер. Ял көндәре шашлык менән күңелле үтер.

Үлсәү (24.09-23.10)

Эштә бөтәһе лә көйлө генә барыр. Аҡса менән эш иткәндә, белгән кешеләр менән кәңәшләшегеҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡламағыҙ. Ҡайҙа күңел асырға саҡыралар - шунда барырға тырышығыҙ.

Саян (24.10-22.11)

Бөтә аҙна тиерлек аҡса эшләүгә генә бағышланыр. Уның ҡарауы, нимә теләйһегеҙ шуны һатып ала алырһығыҙ. Шәхси тормошта ла диванда ғына бот күтәреп ятыу кәңәш ителмәй - походҡа, ҡунаҡ барыу һеҙгә дәрт бирер.

Уҡсы (23.11-21.12)

Тәьҫораттарға бай аҙна көтә һеҙҙе. Эштә мөһим бурыстарҙы һеҙгә ҡушырҙар, коллегаларығыҙ көнләшер. Ғаиләлә ғауға сыҡмауы тик һеҙҙең ҡулда. Ял көндәрендә һеҙ ысын ял алырға тейешһегеҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)

Был осор һеҙҙең өсөн зарланырлыҡ булмаҫ. Нимә уйлаһағыҙ, барыһына ла ирешерһегеҙ. Абруйлы кешеләрҙән ярҙам алырһығыҙ. Сәләмәт тормош алыр барығыҙ, юғиһә, хроник ауырыуҙар үҙен иҫкә төшөрөр.

Һыуғояр (21.01-19.02)

Ғәҙәти булмаған ваҡиғаларға юлығырһығыҙ. Үҙегеҙҙең ижади һәләттәрегеҙҙе күрһәтеү өсөн яйы сығып торор. Кешеләр менән бәхәскә инмәҫкә тырышығыҙ. Яҡындарығыҙ ҙа һеҙҙең иғтибарға мохтаж икәнен белгертер.

Балыҡ (20.02-20.03)

Эштә аҙна көсөргәнешле булыр. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә эске һиҙемләү тойғоһона ышанығыҙ. Ярайһы яҡшы ғына килем алыуға өлгәшерһегеҙ. Икенсе яртығыҙға һөйөүегеҙҙе иҫбатларға тура килер.


Читайте нас: