газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
5 Июль 2019, 13:11

Сүп кенә тимәгеҙ

Сүп үләндәре араһында билсән иң теңкәгә тейгәне булһа ла, уның файҙаһы ла юҡ түгел. Тромбофлебиттан яфаланыусылар өсөн бик шәп дауа ул.

Сүп үләндәре араһында билсән иң теңкәгә тейгәне булһа ла, уның файҙаһы ла юҡ түгел. Тромбофлебиттан яфаланыусылар өсөн бик шәп дауа ул.

Суйын һауыттың яртыһын билсән менән тултырып, өҫтөнә һыу һалырға, 50 минут самаһы ҡайнатырға. Унан һуң дүрт сәғәт йылы урында төнәтергә. Кизе-мамыҡ йәки етен туҡыманы оҙон таҫма итеп киҫергә лә, әлеге төнәтмәгә манып, аяҡтарға бинт кеүек урарға. Ләкин тыгыҙ итеп түгел, шешенерлек булмаһын. Уралған туҡыма өҫтөнән полиэтилен, уның өҫтөнән тағын йылы туҡыма белән урарға. Был компресты 20 минуттан алып ике сәғәткә тиклем тоторға кәңәш ителә. Әммә бындай компресс менән йоҡлау тыйыла.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Читайте нас: