газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
5 Июль 2019, 13:30

Бесәй, бесәй, бесәй шул

Бесәй яратыһыңмы әллә унан ҡурҡаһыңмы?

Айлурофилия - грек телендәге ailuros - бесәй, philos - мөхәббәт һүҙҙәренән яһалған термин. Бесәйҙәрҙе үтә ныҡ яратҡан кешеләрҙе шулай атайҙар. Сығымдарға ҡарамай тиҫтәләгән бесәй тотҡандар бар. Бесәйҙәр кемдәргәлер яңғыҙлыҡты еңергә ярҙам итә, йәки киткән яҡындарын алмаштыра.

Айлурофобия - грек телендәге ailuros - бесәй, phobia - ҡурҡыу һүҙҙәренән яһалған термин. Бесәйҙәрҙән үлеп ҡурҡҡан кешеләрҙе шулай тиҙәр. Бындай ҡурҡыуҙың тыумыштан килеүе бар. Ундай кешеләр хатта уйынсыҡ бесәйҙән дә ҡурҡа. Бесәй йөнө, мырылдауы ла улар өсөн шомло була. Картиналарҙа, телевизорҙан бесәйҙе күреү ҙә уларҙың күңелен төшөрә. Кемдәлер, ҡасандыр бесәйҙән зыян күреү сәбәпле ғүмерлеккә ҡурҡыу ҡала.
Читайте нас: