Германияла 27 йыл комала ятҡан ҡатын аңына килгән. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәүсе Мөнирә Абдулла 1991 йылда юл һәләкәтенә эләгә, баш мейеһе йәрәхәтләнә. Машиналағы улын кәүҙәһе менән ҡаплап, әсә уның ғүмерен һаҡлап ҡала. Мөнирәне урындағы дауаханаға илтәләр, унан һуң, диагноз ҡуйыр өсөн Лондонға күсерәләр. Табиптар уның хәлен комаға оҡшаш тип баһалай. Был хәлдә ул ауыртыуҙы һиҙеп ята. Һуңғараҡ уны кире тыуған яҡтарына ҡайтаралар. Оҙаҡ йылдар трубка аша ашаталар һәм физиотерапия процедуралары үткәрәләр. 2017 йылда Абу-Даби принцы Мөхәммәт ибн Зәйет был ғаиләнең хәлен белә һәм ханымды Германияла дауалар өсөн аҡса түләй. Бер йылдан сирле төрлө ауаздар сығара башлай, унан һуң уяна һәм малайы исемен әйтә. Бөгөнгө көндә ҡатын Абу-Дабиға ҡайтҡан һәм ғаиләһе менән бергә тергеҙелеүен дауам итә. Уға мускулдары атрофияһын дауалар өсөн физиотерапия талап ителә.