газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
3 Июль 2019, 11:01

Организмды таҙартыу

Дөгө. Һеҙгә нисә йәш - шунса ҡалаҡ түңәрәк дөгө алығыҙ. Яҡшылап йыуып. банкаға һалығыҙ, ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, ҡапҡас ябығыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.

Дөгө. Һеҙгә нисә йәш - шунса ҡалаҡ түңәрәк дөгө алығыҙ. Яҡшылап йыуып. банкаға һалығыҙ, ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, ҡапҡас ябығыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Иртәнсәк һыуын түгеп, өймәләмә тулы 1 ҡалаҡ дөгө алып, тоҙ һалмайынса 3-4 минут бешерегеҙ һәм ас ҡарынға ашағыҙ (иртәнге 7-7.30 тирәһендә). Ҡалған дөгөнө йәнә ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Дөгө бөткәнгә ҡәҙәр һәр иртә һайын шулай эшләгеҙ.

Был таҙартыу ысулының сере шунда: дөгө кристаллик структураға эйә. Уны ебеткәндә, крахмалы йыуылып, дөгө бөртөгөндә күҙәнәктәр барлыҡҡа килә. Дөгө бутҡаһы ашҡаҙанда түгел, эсәклектә эшкәртелеп, адсорбент кеүек тәьҫир итә.

Дауаланыу курсынан һуң, үҙегеҙҙе һау-сәләмәт, йәшерәк тойорһоғоҙ. Тик бер шарт бар: дөгө бутҡаһынан һуң кәмендә өс сәғәт бер ни ҙә ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә кәрәк.
Читайте нас: