- Юҡсы. Кемдәр һуң улар, бер ҙә исемдәре таныш түгел.
- Ә бына Татарстанда улар сәхнә йондоҙҙарына әйләнгән, тиҙәр.
- Бәй, ут күршеләребеҙ “йондоҙ” һанағас, шәптәрҙер, моғайын.
- Мин дә шулай уйлайым. Әллә барайыҡмы концерттарына?
- Ҡасан һәм ҡайҙа була һуң тамаша?
- 17 апрелдә “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә була. Сәғәт киске 7-лә башлана, тип ишеттем. Билеттары бөтмәҫ борон икебеҙгә лә алып ҡуйырмын, әхирәт. Хаҡы ла 350 һум ғына икән.
- Ярай, дуҫым, концертта осрашырбыҙ улайһа. Күрәйек беҙ ҙә татарҙар оҡшатҡан Стәрле артистарын.
- Әлбиттә. Етмәһә унда сит илдән килгән мөләйем егет тә ҡатнаша. Сүл ғәрәбе булһа ла, үҙе башҡортса ла йырлай, тиҙәр.