газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
16 Апрель 2019, 11:01

Мөхәббәт кәрәкме икән...

Яратыу өсөн артыҡ ҙур аҡыл кәрәкмәй, ә бына үҙеңде яратһындар өсөн иҫәпһеҙ күп нәмәләр кәрәк. Шул нәмәләрҙең иң беренсеһе - кешелеклелек. Муса Ғәлиҙең был һүҙҙәре бик хаҡтыр, тим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бер бөтөн булып бәхетле, мөхәббәтле йәшәй алмай. Үҙенең яратҡанына кейәүгә сыға алмағас, ахыр сиктә башҡа кешенең яртыһы менән ҡауышырға, ғүмер кисерергә мәжбүр.

Әсе яҙмышлы кешеләрҙең береһе - үҙен яратмаған ир менән бәхетле йәшәгән өс бала әсәһе тураһында яҙып үтмәксемен.

- Беҙҙең заводта электрик булып эшләгән Фаяз исемле егет эш буйынса ғына булһа ла миңә һирәкләп һүҙ ҡушып, күҙ һалғаны бар ине. Ә мин уға беренсе күргәндән үк ғашиҡ булдым. Уйламағанда, бер көн цехтан сығып барғанда, ҡыуып етте лә, мине күптән оҡшатып йөрөүен һәм осрашырға теләүен әйтеп һалды. Мин шатланып риза булдым.

Барыһы ла тиҙ генә килеп сыҡты, бер ай тигәндә өйләнештек, мин уларға күсеп килдем. Улыбыҙ тыуҙы. Бер ваҡыт бер йәшлек сабыйым менән магазинға сыҡтыҡ. Көтмәгәндә күптәнге танышымды осраттым. Ул икенсе цехта эшләй. Күреп торам, ул миңә көнләшеп ҡарай, әйткән һүҙҙәре яһалма. Китер алдынан был нәфрәтле уғын йөрәгемә атты: “Беләһеңме, Фаяздың яратып йөрөгән ҡыҙы икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан, ә ул үс итеп тиҙ арала, уйламайынса, һиңә өйләнгән”, - тине лә бер ни булмағандай ары китеп барҙы. Был хәбәрҙән һуң күпме ҡатып торғанымды иҫләмәйем. Ҡайтып ашарға әҙерләй башланым, теге уйҙы ҡыуам. Радиола мөхәббәт хаҡында йыр башҡарыла. Ахырҙа ҡысҡырып илап ебәрҙем. Тынысланғас, бер аҙ уйланып йөрөнөм дә, ишеткәнемде иремә һөйләмәҫкә, үҙем дә онотасаҡмын, тип ныҡлы һүҙ бирҙем.

Бер нәмәгә ҡарамай тормош дауам итте. Улыбыҙ индустриаль колледжды тамамлап эшләп йөрөй, ике ҡыҙыбыҙ БДУ-ла уҡый. Минән дә бәхетлерәк әсә юҡтыр. Балаларым тәртипле, тыңлаусан, итәғәтле булып үҫте.

Фаяздың мине яратмай өйләнеүен оноторға тырыш-тым, йәш сағында хыянат итеүен белеп тә, уға бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәнем, йөҙөмдө боҙоп ҡаршы алманым. Минең һөйөүем шул тиклем көслө ине, тик ташлап ҡына китмәһен, тинем. Өс баламдың киләсәген уйлап, татыу, тулы ғаиләлә тәрбиә алып үҫһендәр тип, бар ихтыяр көсөмдө егеп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, ирем 56 йәшендә генә был донъянан китеп барҙы. Үлер алдынан: “Һөйгәнем, ғәфү ит мине. Яңынан терелеп йәшәргә на-сип итһә Хоҙай, тик һине һай-лар инем, түҙемлегең, миңә булған һөйөүең, балаларҙа миңә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүең өсөн рәхмәт!” - тип күҙҙәрен йомдо.

Минеңсә, бер-береһен хөрмәт иткәндәр генә татыу йәшәй ала. Ысынлап яратҡан-дар ҙа ябай ғына сәбәптәр арҡаһында ла айырылышып ҡуя. Ғаилә ныҡлығы ҡатын-ҡыҙҙың түҙемлеге, һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡарауы, балаларының киләсәген ҡай-ғыртыуы арҡаһында һаҡла-налыр, тарҡалмайҙыр.


Читайте нас: