Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 300 миллилитр һөт, 200 грамм аҡ май, 100 грамм маргарин, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сүпрә, 1 ҡалаҡ шәкәр, он кәрәк.
Эслеккә 3 стакан дөгө ярмаһы, 300 грамм ҡыҙыл эремсек, 1,5 килограмм һыйыр ите, 2 ҙур баш һуған, 9 йомортҡа, 300-400 грамм күрәгә, 350 грамм аҡ май, тоҙ, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы кәрәк.
Был күләмдәр диаметры 38 сантиметрлыҡ ҙур табаға иҫәпләнгән. 15 – 20 кешегә ошолай тап-таман ғына була.
Алдан кәрәкле аҙыҡтарҙы әҙерләйбеҙ. Дөгө ярмаһын йыуып, бүрттереп алабыҙ. Итте турағыстан үткәреп, һуған менән бергә тағы ла блендерҙа иҙәбеҙ һәм, тоҙ һалып, ҡыҙҙырабыҙ. Йомортҡаны бешереп әрсейбеҙ. Күрәгә емештәрен эҫе һыу менән йыуабыҙ, ебетеп алырға ла мөмкин.
Күрһәтелгән аҙыҡтарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ондоң күләмен яҙманыҡ, сөнки ул, сифатына ҡарап, йә аҙыраҡ, йә күберәк кәрәк булыуы мөмкин. Ҡамырҙы ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы икегә бүләбеҙ. Бер өлөшөн йәйәбеҙ ҙә майлы табаға урынлаштырабыҙ. Был саҡта ҡамыр өҙөлмәһен өсөн табаның ситтәрен таҫтамал менән ҡаплайбыҙ. Ҡамырҙың өҫтөнә саҡ ҡына май яғабыҙ. Хәҙер ҡатлап эслекте һалабыҙ.
Бүрттерелгән дөгө ярмаһына тоҙ ҡушып бутайбыҙ. Уны бер нисә ҡабат ҡатлап һалырға тура киләсәк, шуға һәр алғанда самалайбыҙ. Ҡамыр өҫтөнә тигеҙләп һалып сығабыҙ.
Өҫтөнә ҡыҙыл эремсек, артабан тағы дөгө ярмаһы һалабыҙ.
Киләһе ҡатлам – ҡыҙҙырылған ит, шунан тағы ла дөгө. Артабан ит өҫтөнә йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Күрәгә теҙәбеҙ.
Аҡ майҙы иретәбеҙ ҙә эслеккә ҡоябыҙ. Ҡалған ҡамырҙы йәйеп, бәлештең өҫтөн ябабыҙ ҙа, ситтәрен матурлап, семтеп бөрөп ҡуябыҙ.
Мейестә 40–50 минут бешерәбеҙ.