телдәре һуҡҡанда уны яндырып, көлөн шампан шарабына һалырға һәм бокалды бушатырға. Барыһы ла һәйбәт булһын, тигән запискалар яҙырға кәрәкмәй. Конкрет теләк булырға тейеш.
* Алдан 12 дана виноград әҙерләп ҡуйығыҙ. Яңы йыл сәғәттәре һуға башлағанда, һөйәктәренән тиҙ генә айырып, ашап ҡуйығыҙ, теләк теләгеҙ. Шунан һөйәктәр һанын һынағыҙ. Теүәл һан булһа, улар мотлаҡ ҡабул булыр.
* Яңы йыл сәғәттәре һуҡҡанға тиклем шампан шарабы һалынған фужерға тин аҡса төшөрөгөҙ. Куранттар һуғыуы аҫтында бокалды бушатҡанда етешлек, муллыҡ тураһында уйлағыҙ, һуңынан шул аҡсаны янсығығыҙға һалып, йыл буйы йөрөтөгөҙ.
* Шампан шарабының ҡапҡасы өҫтәлгә төшһә, ризығығыҙ туп-тулы булыр, ә иҙәнгә төшһә, финанс проблемалары көтөүе ихтимал. Ҡапҡас өҫтәл аҫтына эләкһә лә насар түгел, табындағылар йыл буйы күрешеп-һөйләшеп йөрөр. Әгәр тәғәйен кешегә эләкһә йәки уның тәрилкәһенә төшһә, уға икеләтә уңыш йылмайыр. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ, быларҙы планлаштырып эшләргә ярамай.
* Ҡунаҡҡа килеүселәрҙең береһенән аҡса һорағыҙ. Әгәр ул аҡ төҫтәге тин аҡса бирһә, йыл финанс йәһәттән артыҡ уңышлы булмаҫ. Ҡағыҙ аҡса яйлап капиталығыҙ артыуына ишара, ә бына һары төҫтәге тин аҡса байлыҡ вәғәҙәләй.