газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
29 Декабрь 2018, 10:25

Төклө аяғың менән баҫ

Сысҡан Маҡсатлы Ҡомаҡтар өсөн 2019 йыл бик уңышлы булмаҡсы. Һары ер сусҡаһы, йыл хужаһы булараҡ, был билдәгә ярҙам итәсәк. Эштә уңыштар көтөлә, шуға ла төрлө проекттар һәм үҙенсәлекле идеялар планлаштыра алаһығыҙ. Оҙаҡ ваҡытҡа бәйләнештәр ҡорһағыҙ ҙа була. Ғаиләле Ҡомаҡтарҙың бәпестәре тыуыуы ихтимал, яңғыҙҙар никахҡа керер.

Сысҡан

Маҡсатлы Ҡомаҡтар өсөн 2019 йыл бик уңышлы булмаҡсы. Һары ер сусҡаһы, йыл хужаһы булараҡ, был билдәгә ярҙам итәсәк. Эштә уңыштар көтөлә, шуға ла төрлө проекттар һәм үҙенсәлекле идеялар планлаштыра алаһығыҙ. Оҙаҡ ваҡытҡа бәйләнештәр ҡорһағыҙ ҙа була. Ғаиләле Ҡомаҡтарҙың бәпестәре тыуыуы ихтимал, яңғыҙҙар никахҡа керер.

Үгеҙ

Эштә уңыш йылмая, шулай ҙа һеҙгә команда менән түгел, ә яңғыҙығыҙ эшләү хәйерле. Үҙ эшегеҙҙе аса алаһығыҙ. Икенсе яртығыҙҙы дуҫтарығыҙ араһынан табырһығыҙ. Ғаиләгеҙ артыр, матди бүләктәр булыр, финанс хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Сусҡа тырышҡан һәр Үгеҙҙе бүләкләй. 2019 йылда ең һыҙғанып эшләрһегеҙ ҙә, ҡәнәғәтлек менән ял итерһегеҙ ҙә.

Юлбарыҫ

Сусҡа ҡыйыу, ғәҙел Юлбарыҫтарға ихтирам менән ҡарай. Киләһе йылда һәр кем менән дә уртаҡ тел табырһығыҙ. Был һыҙат һеҙгә эштә уңыш килтерер. Мөхәббәттә еңел булмаҫ. Яңы танышлыҡтар булдырырға, мәҙәни урындарға йөрөргә, интеллектуаль үҫешергә кәрәк. Шунда ғына икенсе яртығыҙҙы табырһығыҙ. Кеҫәгеҙгә ҙур күләмдә аҡса керер. Тик уны бурысҡа бирмәгеҙ.

Ҡуян

2019 йылда Ҡуяндар кешеләр менән файҙалы бәйләнештәр булдырыу арҡаһында яҡшы уңышҡа өлгәшер. Парлылар араһын боҙорға маташырҙар, ошо ҡаршылыҡты үткәндәр өйләнешер. Тормошто яратҡан, шаян Ҡуяндарҙың кеҫәһе ҡалынайыр.Үҙегеҙҙең һаулыҡҡа ла иғтибарлы булыу кәрәк. Был февраль, март айҙарына ҡағыла.

Аждаһа

Аждаһалар йыл буйы үҙҙәрен сәхнә түрендәгеләй тойор. Тик һаҡ булығыҙ, кешеләр алдында маҡтанмағыҙ, юғиһә хәүефле көндәштәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ғаилә ҡорорға уйлаһағыҙ, етди булмаған кешеләр менән араны өҙөгөҙ. Йылдың тәүге яртыһында аҡсаны самалап тотонһағыҙ, артабан йондоҙҙар һеҙгә уңыш һәм бүләк әҙерләй.

Йылан

Сусҡа Йыланды яратмай тиһәләр ҙә, 2019 йыл һеҙгә уңышлы килмәксе. Ҡаҙаныштар күп булыр, маҡсаттарығыҙға ирешерһегеҙ. Айырыуса, ижади хеҙмәт килем килтерер. Һеҙгә күптәр ғашиҡ булыр. Кемдер икенсе эшкә күсеү сәбәпле, йәшәү урынын алмаштырыр, кемдер сит илдәр буйлап гиҙер, бәлки, сит ил кешеһенә тормошҡа сығыр. Шифаханала ял итеп, һаулығығыҙҙы нығытып алырһығыҙ.

Йылҡы

Сусҡа кешеләрҙә маҡсатҡа ынтылыусанлыҡты хөрмәтләгәс, намыҫлы Йылҡыларҙы йыл буйы төрлө яҡлап та ҡурсалар. Шәхси тормошта үҙегеҙгә лайыҡлы парҙы һайлай алырһығыҙ. Ғаиләлеләр йолаларҙы иҫкә төшөрөгөҙ, туғандарығыҙҙы онотмағыҙ. Финанс өлкәһендә барыһы ла яҡшы, әммә шикләндергән килешеүҙәрҙән баш тартығыҙ. Команда менән берҙәм булыу уңыш килтерер.

Кәзә

2019 йыл Кәзәләр тормошона тыныслыҡ алып киләсәк. Шулай ҙа ҡул ҡаушарып ултырмағыҙ. Сөнки үҙегеҙҙең һәләтегеҙгә ҡарап, күп нәмәләргә өлгәшә алаһығыҙ. Эштә уңыштар көтә, тик ял итергә лә өйрәнегеҙ. Мотлаҡ ҡыҙыҡлы отпуск ойоштороғоҙ. Мөхәббәттә йөрәгегеҙ ни ҡуша, шуны эшләрһегеҙ. Күптән планда булған осрашыу көтөлә. Законлы никахҡа кереүселәр, бала табыусылар ҙа булыр. Матди байлыҡҡа өлгәшер өсөн йомарт булырға кәрәк.

Маймыл

Маймылдарҙың йылы үҙенсәлекле үтер. Сусҡа шаян холҡоғоҙға һоҡлана. Шулай ҙа йыл хужаһын асыуландырмаҫ өсөн, етдиерәк тә булырға кәрәк. Яуаплылыҡты һәм ижадты бер яҡҡа йүнәлтһәгеҙ, ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Элекке һөйәркәләрегеҙ үҙҙәрен белдерер, тик уларға иғтибар итмәгеҙ. Яңы таныштар араһында икенсе яртығыҙҙы осратыу мөмкинлеге бар. Аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ.

Әтәс

Көсөргәнешле эшләһәгеҙ генә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Уҡыу урындарын-да, түңәрәктәрҙә, мәҙәни сараларҙа мөхәббәтегеҙҙе осратырһығыҙ. Әгәр ҙә туй үткәрергә уйлаһағыҙ, ул бай һәм тантаналы ойошторолорға тейеш. Алдаҡсыларҙан һағыраҡ тороғоҙ. Үҙегеҙҙең килемегеҙ хаҡында һөйләмә-геҙ. Сирҙәр урап үтер, эшмәкәрлек даирәгеҙ киңәйер. Аҡыл менән эш итеү вазифағыҙҙа үрләүгә килтерер.

Эт

Сусҡа эскерһеҙ Эттәрҙе ярата, шуға ла йыл ҡаҙаныштарға бай булыр. Һеҙҙе элекке хеҙмәтегеҙ өсөн бүләкләйә-сәктәр. Өҫтәмә аҡса эшләү юлын табырһығыҙ. Һөйгән йәрҙәрегеҙҙе осратырһығыҙ. Өйләнергә уйлаһағыҙ, көҙ айҙарын һайлағыҙ. Аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән әйберҙәргә бөтөрмәгеҙ. Һаулыҡ мәсьәләһе бик шәптән булмаҫ. Спиртлы эсемлектәр сәләмәтлеккә насар йоғонто яһай - уларҙан арынырға кәрәк.

Сусҡа

Сусҡалар өсөн бәхетле йыл килә. Яҡшы бәйләнештәр булдырыу һәм үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан уңышлы күрһәтә алыуығыҙ менән уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Әммә мөхәббәттә көтөлмәгән күңелһеҙлектәр килеп сығыуы бар. Икенсе яртығыҙҙы һайлар алдынан уны яҡшылап һынап ҡарағыҙ. Егәрле Сусҡалар килемен икеләтә арттырыр. Шуға ла һеҙгә ҡул ҡаушарып ултырыу кәрәкмәҫ.


Читайте нас: