Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
29 Декабрь 2018, 10:23

Шатлыҡ менән, байлыҡ менән килә йыл

Яңы йылдан ниндәйҙер мөғжизә көтмәгән, уның уңыш алып килеренә өмөтләнмәгән кеше юҡтыр. Ул бит шундай сихри байрам. Яҡшылыҡҡа ышанып йондоҙҙар юрауына ла күҙ һалабыҙ. 12 йыллыҡ мөсәлгә ҡағылышлы һынамыштарҙа, Ҡабан йылы - байлыҡ, тиелгән. Шулай булғас, Яңы 2019 йыл шатлыҡ менән, байлыҡ менән килһен!

Ҡуҙы (21.03-20.04)

Ҡуҙыларға йылдың тәүге яртыһында карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәр сығып торор. Хатта бының өсөн башҡа ергә йәшәргә лә күсергә тура килер. Яҡындарығыҙға ҡарата йомарт булһағыҙ, улар ҙа һөйөүен йәлләмәй бүләк итер. Килемдәрегеҙ тотороҡло булыр. Төрлө ярыштарҙа еңеү яулауығыҙ мөмкин. Насар ғәҙәттәрегеҙ сәләмәтлегегеҙҙе ҡаҡшата, уларҙан арынығыҙ.

Буға (21.04-21.05)

Буғаларҙың күпселеге өсөн йыл емешле һәм хәл иткес буласаҡ. Күптәнге хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Матур итеп ял итергә лә ваҡыт табырһығыҙ, сәйәхәткә барып ҡайтырһығыҙ. Аҡса мәсьәләһе борсомаҫ, уны иркен тотона алырһығыҙ. Яңғыҙҙар кейәүгә сығыр, парлыларҙың ғаиләһе ишәйер. Актив тормош алып барырға тырышығыҙ, һаулығығыҙ ныҡ булыр.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)

Сусҡа йылы һеҙгә сюрприздар әҙерләй. Кемдер лотерея отор, кемдер яңы йортҡа күсер, бәғзеләр сәйәхәткә юлланыр. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ҙур ваҡиғалар көтөлмәһә лә, ыңғай кисерештәр күп булыр. Эшегеҙ тик ҡәнәғәтлек кенә килтерер. Йәйге ялығыҙ иҫтәлекле үтер. Ғаиләләге мөнәсәбәттәргә һеҙ хужа булырһығыҙ. Хроник ауырыуҙар үҙҙәрен белгертер.

Ҡыҫала (22.06-23.07)

Ҡыҫалаларҙың эштәре уңышлы барыр, бизнесҡа тотоноусылар ҙа, вазифаһы буйынса күтәрелеүселәр ҙә булыр. Ҡаршылыҡтар осраһа ла, оптимистлығығыҙҙы юғалтмаҫһығыҙ. Аҡсағыҙҙы һаҡсыл ҡулланығыҙ, шул саҡ сәйәхәткә бара, эре әйбер һатып ала алырһығыҙ. Һеҙгә ғашиҡ булыусылар күп булыр, тик хыянатҡа юл ҡуймағыҙ. Эсәк-ашҡаҙан сирҙәре менән врачҡа мөрәжәғәт итерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)

Маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килер. Үҙегеҙҙе башҡа өлкәлә лә һынап ҡарарһығыҙ. Тик хеҙмәтте генә уйлап, яҡындарығыҙ менән араларығыҙҙы боҙмағыҙ. Финанс һорауҙа әллә ниндәй ҙур килем көтмәгеҙ, шулай ҙа башҡаларға ярҙам итерлек мөмкинлегегеҙ табылыр. Ғаиләгеҙ һеҙҙең өсөн өҙөлөп торор. Үҙегеҙҙе насар тойоу сиргә әүерелмәһен тиһәгеҙ, һаулыҡҡа күберәк иғтибар бүлегеҙ.

Ҡыҙ (24.08-23.09)

Эш һөйөүсәнлегегеҙ һеҙгә һөнәри яҡтан уңыш килтерер. Өҫтәмә эш тәҡдим итерҙәр, риза булһағыҙ, яҡшы килем алырһығыҙ. Туғандарығыҙ менән шатлыҡлы ваҡиғалар уңайынан йыш осрашырһығыҙ. Никахлы-ларҙың һөйөүҙәренә көнләшерлек булыр, яңғыҙҙар ҙа парҙарын табыуға өмөт итә ала. Инфекцияларҙан һаҡланыу өсөн иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ.

Үлсәү (24.09-23.10)

Йыл башы сағыу ваҡиғаларға бай булыр. Йәй аҙаҡтарында эш күп ваҡытығыҙҙы алыр, уның ҡарауы, хеҙмәт хаҡығыҙ ҙа артыр. Парлылар бәхеткә ҡойонор, балалары шатландырып торор. Сит илгә сығып ял итергә лә мөмкинлек табырһығыҙ. 2019 йылда яҙмыштарын бәйләүселәрҙең никахтары ныҡлы булыр. Көн режимын һаҡлаһағыҙ, сәләмәтлегегеҙгә зарланмаҫһығыҙ.

Саян (24.10-22.11)

Яңы эшкә күсергә, белемегеҙҙе арттырырға, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырға ниәт итһәгеҙ, барыһы ла уңышлы килеп сығыр. Хатта сит илгә сығып тәжрибә тупларға тәҡдим итерҙәр. Матди хәлегеҙҙең тотороҡло булыуын тойоп, эре әйбер һатып алырһығыҙ. ЗАГС-ҡа барырға ҡарар итерһегеҙ: кемдер өйләнешергә, кемдер айырылышырға. Һаулыҡ битарафлыҡты кисермәй, хәрәкәт, дөрөҫ туҡланыу талап ителер.

Уҡсы (23.11-21.12)

Яңы эш урынына күсһәгеҙ, унда яңы һулыш алып, дәртләнеп эшләй башларһығыҙ. Сәйәхәт итеү хыялының тормошҡа ашыуы мөмкин. Парлыларҙың тормошо ҡайнап торор, талашырһығыҙ ҙа, ярашыр-һығыҙ ҙа. Яңғыҙҙар тәү күреүҙән ғашиҡ булыр. Йәйен аҡсаның етеңкерәмәүе һиҙелер, көҙгә барыһы ла яйға килер. Һаулыҡ менән проблемалар көтөлмәй, тик тештәрегеҙҙе рәткә килтерергә кәрәк булыр.

Ылаҡ (22.12-20.01)

Йыл емешле һәм ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Күп эшләргә тура килер, әммә килемегеҙ тап тырышлыҡҡа бәйле булыр. Яҡшы ял итергә лә форсат табырһығыҙ. Йыл аҙағына торлағығыҙҙы киңәйтә, йә ҙур ремонт башҡара алырһығыҙ. Парлыларҙың араһынан «ҡара бесәй» йүгерер, ғәфү итешһәгеҙ, мөхәббәтегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ. Үҙегеҙҙе физик яҡтан нисек тойоуығыҙ дөрөҫ көн режимына һәм һәйбәт туҡланыуға бәйле булыр.

Һыуғояр (21.01-19.02)

Яңы йыл һеҙгә хыялдарығыҙҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн мөмкинлектәр бирер. Үҙ көсөгөҙгә ышанырға кәрәк, шул саҡта башҡалар ҙа һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙҙы баһалар. Матди хәлегеҙ ҡыуандырыр. Бирәсәктәрегеҙ менән иҫәпләшә, хатта машинаға, йортҡа, сит илгә сәйәхәткә барырлыҡ аҡса эшләй алырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һеҙҙең ҡулда булыр. Артыҡ килограмдарҙы ташлау организмға зыян килтермәҫ.

Балыҡ (20.02-20.03)

Карьера баҫҡысы буйлап үрләргә теләһәгеҙ, эшлекле бәйләнештәр булдырығыҙ, ижад һәм һөнәри һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә оялмағыҙ. Йәйгеһен кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуын һиҙерһегеҙ. Сусҡа йылында өйләнешкән балыҡтарҙың никахы ғүмерлек булыр. Ғаиләлеләр балаларына күберәк иғтибар бүлер. Йондоҙҙар һеҙгә психологик торошоғоҙҙо нығытырға ҡуша. Күңелегеҙҙә тыныслыҡ булһа, тормошоғоҙ көйлө барыр.
Читайте нас: