Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Декабрь 2018, 15:08

“Аҡҡош” жюльены

Бешкән ҡош итен (тиреһеҙ йомшаҡ ере алына) ҡыҫҡа һалам итеп турарға һәм аҡ майҙа еңелсә ҡурырға. Бәшмәктәрҙе таҙартырға, ентекләп йыуырға, яртылаш әҙер булғансы бешерергә, унан һуң ҡош ите кеүек турарға һәм әҙер булғансы ҡурырға.

Бешкән ҡош итен (тиреһеҙ йомшаҡ ере алына) ҡыҫҡа һалам итеп турарға һәм аҡ майҙа еңелсә ҡурырға. Бәшмәктәрҙе таҙартырға, ентекләп йыуырға, яртылаш әҙер булғансы бешерергә, унан һуң ҡош ите кеүек турарға һәм әҙер булғансы ҡурырға. Әҙерләп ҡуйылған продукттарҙы ҡаймаҡ соусы менән ҡушып бутарға һәм талғын утта 4-5 минут ҡайнатырға. Кокотницаларға (тимер кәстрүлдәргә) әҙер массаны тултырырға, өҫтөнә ҡырылған сыр, май һибергә, духовкала 250-280оС температурала алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерергә һәм шунда уҡ табынға бирергә. Жюльен аҫтан көймәһен өсөн кокотницаларҙы эҫе һыулы табаға ултыртырға. Табынға биргәндә кокотницаларҙы, һырлы салфеткалар һалып, бөйөрөк йәки десерт тәрилкәләренә ултыртып бирергә, эргәһенә балғалаҡ һалырға, ә тотҡаһына ҡағыҙ папильотка кейҙерергә. Ҡаймаҡтан тәбиғи соус әҙерләү: ондо майһыҙ ғына ҡыҙҙырырға, һыуытырға, иретелгән май менән бутарға һәм ҡаймаҡҡа һалырға. Унан һуң бутап тороп ҡайнатып сығарырға, тоҙ, аҡ борос өҫтәп 3-5 минут бешерергә. Әҙер соусты һөҙөргә һәм яңынан ҡайнатып сығарырға.


Ҡаймаҡ 250 г,

бойҙай оно 15 г,

аҡ май 15 г,

борос,

кәрәгенсә тоҙ.

Бешкән тауыҡтың йомшаҡ ите 30-35 г,

ҡурылған бәшмәк (аҡ бәшмәк йәки көләпә) 10-15 г,

аҡ май 5 г,

ҡаймаҡтан тәбиғи соус 25-30 г,

ҡаты сыр 2-3 г.
Читайте нас: