Ял сәғәтендә
19 Декабря 2018, 06:48

ҠАРҘАР ЯУА

Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә.. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,

Елбәҙәкләп төшә еремә..

Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә

Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә.


Аҡ күбәләк булып осоп уйнап

Килеп ҡуна улар ҡулдарға,

Ап-аҡ ҡына мамыҡ юрған булып

Түшәләләр барған юлдарға..


Ҡар бөртөгөн ҡулдарыма алдым

Һоҡланайым тиеп үҙенә..

Эрене лә ҡулым йылыһына

Тамсы тамды минең эҙемә.

Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
Читайте нас