Яратҡан эсемлегегеҙгә ҡушылған теләһә ниндәй матдәне ошолай итеп табығыҙ. К колба һымағыраҡ оҙонса стаканға һалынған бер-ике ҡалаҡ ҡәһүә өҫтөнә һалҡын һыу ҡойоп болғатығыҙ. Бер нисә минуттан ысын ҡәһүә өҫкә ҡалҡып сығыр, ә ауыр суррогат һауыт төбөнә төшөр. Саф, таҙа ҡәһүә 15 минуттан һуң һарғылт шарап төҫөнә инә. Ә теләһә ниндәй ҡушылдыҡтар онтағы булһа, батҡаҡ һымаҡ ҡара-һоро төҫлөгә әйләнә.