Донъялағы иң ҙур диңгеҙ тауы Яңы Зеландия менән Самов араһындағы диңгеҙ төбөндә. Ул 8690 метр бейеклектә урынлашҡан, ә түбәһе – һыу өҫтөнән 365 метр түбәнлектә.
Донъялағы иң тәүге океанариум 1938 йылда Американың Флорида штатында асылған. Көн һайын уның гигант һыу һауыттарына 26 миллион литр диңгеҙ һыуы ҡойола.
Донъялағы иң ҙур аквариум шулай уҡ Флорида штатында. Ул 1986 йылда асыла. Унда 90 төрлө өс мең балыҡ бар.
Донъялағы иң ағыулы бәшмәк – төҫһөҙ поганка. Уны ашағандан һуң кеше һаташа башлай, аңын юғалта һәм 6 – 15 сәғәттән һуң үлә.
Донъялағы иң баллы әйбер – Көнбайыш Африкала үҫә торған катемфе үҫемлегенән алына торған талин. Ул шәкәрҙән 6150 тапҡырға баллыра