Майҙы минераль һыу менән ҡушырға, йомортҡа, шәкәр, ванилин, йомшартҡыс өҫтәргә һәм болғатырға. Артабан он өҫтәп, йәнә болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны майланған табаға ҡойорға, өҫтөн тигеҙләргә һәм емеш һалырға. 180 градуста йылытылған мейестә 40-45 минут бешерергә. Әҙер булғас өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.