газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
10 Декабрь 2018, 12:14

ЫСЫН БАШҠОРТ

Дөйөм ятаҡ... Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән оҙон коридор, унда шау-шыу килеп уйнаусы балалар, кухняла нимәлер бешереүсе, йә балконда кер элеүсе ҡатындар, шунда уҡ эштән ҡайтҡас тәмәке быҫҡытып гәп һатыусы егеттәр күҙ алдына баҫа.

Шундай ятаҡтарҙың береһендә, ауылдан килеп төҙөүсе булып эшләй башлағас, Фәғилгә бүлмә бирҙеләр. Әмәлгә ҡалғандай, бер бажаһы ла шунда бишенсе ҡатта йәшәй икән, күңелһеҙ булмаҫ. Фәғил кеше менән аралашып йәшәргә әүәҫ. Бажаһының бер яғы ғына күңелде ҡыра ҡырыуын - гел кәзекләй: һин ысын башҡорт түгел, йәнәһе. Фәғил “һ” урынына күберәк “с” – ны ебәрә. Шуға һуҡтыра бажаһы.

Бер аҙналай ятаҡта йәшәгәс, бажаһы Фәғилдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Үҙенең ҡалалағы ағай-апайҙарын йәш бажаһы менән таныштыра инде берәү.

Бер аҙ ултырып, “танышып” алғас, ирҙәр тәмәке тартырға бөтөн дөйөм ятаҡҡа эшләнелгән балконға сыҡты. Һүҙ артынан һүҙ эйәреп, Фәғилдең “ысын” башҡортлоғона төрттөрҙө бажаһы. Түҙмәне Фәғил (градус та тәьҫир иткәндер инде), телгә килде.

- Һеҙ “Уралым”ды йырлағанығыҙ бармы һуң, башҡорттар?

Бындай һорауҙы көтмәгән ҡунаҡтар ыҡ-мыҡ итте, яурын һелкетеүҙән ары китә алманылар. Бажаһы ла өнһөҙ ҡалды.

- Улай булғас, тыңлағыҙ! - Фәғил ҡалын тауышы менән һуҙып ебәрҙе бит йырҙы. Армияла запевала булған егеттең моңло тауышынан балкон ишегенең быялалары сың-сың итә башланы хатта.

Ҡунаҡтарҙың ауыҙҙары бер ябылды, бер асылды. Беренсе куплетты бөтөп, күкрәк тултырып тын алған саҡта, аҫтағы балкондан, руссаны вата-емерә тауыш ишетелде.

- Кыто там вует?

Кемдеңдер йырҙы туҡтатыуына Фәғилдең асыуы килде.

- Это песня моего народа! Иди сюда, послушай! – тип ҡысҡырҙы ул, балкон аша аҫҡа эйелеп.

- Шищас подимемся! – Бер ваҡыт быларҙың балконына өс ҡара егет килеп менде.

Был ҡырлас танауҙар йыр тыңларға менгәндәрҙер тигән уй менән Фәғил икенсе куплетты башланы. Шул арала тегеләрҙең иң таҙа кәүҙәлеһе йырсының күҙенә төбәлеп бәләкәй бала башы тиклем йоҙроғо менән һелтәп ебәрҙе.

Әле генә шау-гөр килеп Фәғилдең “с”-һынан мәрәкә тапҡан ҡунаҡтар шаңғып ҡалдылар. Иҫтәренә килгәндә, Фәғил теге ҡара ғифритте балкон иҙәненә аунатҡайны инде. Быны күргән ҡунаҡтар ҙа ҡырлас танауҙарҙың өҫтәренә ябырылды. Ләкин иркенләп төйгөсләргә насип булманы, тегеләр ярлыҡау һорап иҙәнгә сүгәләне. Бажаһы алдында абруйы күтәрелеп киткән Фәғил Ҡаф тау вәкилдәренең яңаҡтарын йәнә бер тапҡыр һыйпап сыҡты ла, йырлауын дауам итте. Ә ҡырлас танауҙарҙың йыр ҡайғыһы түгел ине инде. Улар ғифриттәрен һөйрәп, меҫкен ҡиәфәттә үҙҙәренә йүнәлде.

Эшкә бер аҙна тирәһе ҡара күҙлек кейеп йөрөргә тура килде килеүен, әммә ләкин, башҡаса бажаһы ла, башҡалар ҙа уның ысын башҡорт икәнен шик аҫтына алырға батырсылыҡ итмәне.


Читайте нас: