газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
12 Ноябрь 2018, 11:16

Йәрең башҡаларға күҙ һалһа

«Егетем менән ике йылға яҡын дуҫлашып йөрөнөк. Бергә йәшәп тә алдыҡ. Йәштәрҙең күптәре шулай эшләй бит хәҙер. Дөрөҫ, әрләшһәк, икебеҙ ике яҡҡа китә, ярашһаҡ - тағы ҡауышабыҙ. Быйыл, ниһайәт, ныҡлы бергә торорға булдыҡ. Хатта мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштереү тураһында уйлана башланыҡ. Әммә, күптән түгел, һөйгәнемдең телефон аша башҡа ҡыҙҙар менән аралашыуын күреп ҡалдым. Унда ҡыҙҙарға матур һүҙҙәр яуҙырған, осрашырға теләге булыуын әйткән. Был минең өсөн ҙур стресс булды. Быны нисек аңлатаһың, тигәс, ул күҙен дә йоммай башҡалар менән аралашыуҙың оҡшауын, тик мине генә яратыуын, бер ҡасан да мине башҡаға алмаштырмауын белдерҙе. Нимә эшләргә кәңәш итәһегеҙ? Артабан мөнәсәбәттәр ҡороуҙың мәғәнәһе бармы?»

Һеҙҙең һорауға кәңәштәрҙе «Ышаныс» психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге педагог-психологы Наталья Алюкова бирә.

- Ниндәй мөнәсәбәттәр кәрәклеген ул үҙе лә аңламай. Ҡайһы саҡта бергә йәшәгән кешеләр араһында бер-береңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу юғала. Был осраҡта хис-тойғолар яйлап һүнә бара һәм партнерҙар иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлтә башлай. Ҡайһы бер ирҙәр тынысланып, барына ҡәнәғәт ҡала, ә бәғзеләре бер төрлөлөктән ялҡып, утлы хистәр көтә. Бәлки, уға аҙ иғтибар бүлгәнһегеҙҙер. Аралашыу етмәүе лә ихтимал. Быны ҡыҙыҡ күреп эшләүе лә мөмкин.

Ни эшләргә? Бер яҡтан, көнсөллөктө еңеп, иптәшеңдең алдамауына ышанырға ла мөмкин кеүек. Быны ир-аттың бер етешһеҙлеге итеп ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда, егеттең башҡаларға күҙ һалыу ғәҙәте бар икән, был хәл бер ваҡытта ла үҙгәрмәйәсәк. Мөғжизә көтөүҙең мәғәнәһе юҡ. Араларҙы өҙөп, тик үҙеңә генә тоғро булырҙай тормош юлдашын табыу хәйерлерәк булыр. Иң яҡшыһы - ғаилә психологына мөрәжәғәт итеү. Белгестәр икегеҙгә лә булдыҡлы кәңәштәрен бирер. Һәр осраҡ үҙенә бер төрлө. Проблеманың үҙен генә түгел, ә уға килтергән сәбәптәрҙе лә асыҡлау мотлаҡ.


Читайте нас: