- Күҙҙәр ҙурыраҡ күренһен өсөн асыҡ төҫтәге инлекте ҡаш аҫтына һөртәләр.
- Сағыу инлекте тик кис ҡулланалар. Ә көндөҙ һоро, йәшел, аҡһыл көрән төҫтәргә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ.
- Әгәр күҙ ҡабағы тар икән, ялтырап торған һәм перламутр инлек һөртмәгеҙ.
- Күҙегеҙ төпкә батыңҡырап торһа, һайлап алған инлекте өҫкө күҙ ҡабағына һәм аҫҡыһының тышҡы мөйөшөнә лә һөртөгөҙ. Уны бәләкәй биҙәнгес бумала менән ҡашҡа табан йүнәлтеп таратығыҙ.
- Күҙ ҡабағы шешмәкләнеп торһа, инлекте күҙ ҡабағының аҫҡы өлөшөнә һәм күҙҙең мөйөштәренә өсмөйөш рәүешендә һөртөгөҙ.
- Күҙ төҫөндәге инлекте һайлаһағыҙ, күҙҙәр сағыулығын юғалтыр.
- Алһыу инлекте үҙ итһәгеҙ, керпектәрҙең эргәһенә иң элек ҡарараҡ төҫтәге инлекте һөртөгөҙ, унан һуң алһыуын ҡулланығыҙ, юғиһә күҙҙәр шешенгән кеүек күренер.