Улар бер-береһен ҡурҡыныс янағанда иҫкәртә, аҙыҡты ҡайҙан һәм ҡасан әҙерләргә кәрәклеген аңлата. Белгестәр әйтеүенсә, телдәрен феромон тигән химик матдә алмаштыра. Йөрөгән саҡта күҙәтеүсе ҡырмыҫҡа феромонлы эҙ ҡалдырып бара. Әйткәндәй, төрлө “һүҙ”гә төрлө феромон тура килә. Шундай эҙҙәрҙе күреүгә, эшсе ҡырмыҫҡалар үҙҙәренә мөһим мәғлүмәт ала һәм ни эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлай.
Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: феромон еҫенә айырым бер төркөм ҡырмыҫҡалар ғына иғтибар итә. Бүтәндәре башҡа телдә аралаша. Хатта үлгәндәре лә феромон бүлә икән. Шуға эшсе ҡырмыҫҡалар уны тере һымаҡ күрә. Тик еҫе килә башлағас ҡына, уны “ҡәберлек”кә сығаралар. Әгәр ошо һелтегә тере ҡырмыҫҡа буялһа, уны ла ҡыуалар, башҡаса иләүгә индермәйҙәр. Тик химик матдәнең еҫе бөткәс кенә, ул башҡаларға ҡушыла ала.