газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
10 Август 2018, 10:27

Кәңәшемә ҡолаҡ һал

Бәшмәктә файҙалы мат-дәләр, айырыуса азот күп. Ул кеше өсөн кәрәкле РР, Д витаминдарына бай. Бәшмәк йыйыу өсөн тәжрибә, оҫталыҡ, уларҙы ныҡлап таныу шарт.

Бәшмәк ашап ағыуланмаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур:

* Таныған төрөн генә йыйырға.

* Саҡ ҡына шик тыуғанда ла, ташлағыҙ, ашап ҡарарға ярамай.

* Эшләпәһенән түгел, һабынан өҙөү хәйерле: ағыулы бәшмәкте һабы аша белергә була.

* Эшләпәһен таҙартырға, өҫ-төндәге йоҡа ҡатламын ҡырып ташларға кәңәш ителә, сөнки зарарлы матдәләр, ағыуҙар ошо ҡатламдарҙа күп була.

* Бәшмәктәр йыйған көнөндә үк эшкәртелергә тейеш.

Аҙ ғына ағыуланыу билдәләрен һиҙеү менән, табип саҡыртығыҙ. Тәү сиратта эстән ағыулы матдәләрҙе сығарырға кәрәк. Бының өсөн аш содаһы йәки марганцовка иретелгән 1,5 - 2 л самаһы һыуҙы эсеп, ҡоҫорға тырышығыҙ, һуңынан активлаштырылған күмер эсергә кәңәш ителә, әҙ генә тоҙ өҫтәлгән һалҡынса һыу, һалҡын ҡәһүә, һөт, сәй ҙә мөмкин. Хәмер рөхсәт ителмәй, ул бәшмәк ағыуының тиҙерәк һеңеүенә килтерә.

Күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн, иғтибарлы, уяу булығыҙ!
Читайте нас: