газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Июль 2018, 13:45

Ҡара күҙлектең ниндәйен һайларға?

Күҙлек ультрофиолет нурҙарҙан ғына һаҡламай, битебеҙҙәге кәмселектәребеҙҙе лә йәшерә, йөҙөбөҙгә серлелек тә өҫтәй

Ҡара күҙлек һатып алғанда шуға иғтибар итегеҙ: ул тәү сиратта хәүефһеҙ булырға, быялаһы күҙҙе ҡояш нурҙарынан һаҡларға тейеш. Линзалар быяланан һәм пластмассанан эшләнә. Насар күреүселәр өсөн диоптриялы ҡара күҙлектәр кәрәк. Әммә улар тиҙ ватылып бара. Офтольмологтар линзалары нейтраль төҫтә булғандарҙы һайларға кәңәш итә. Улар күҙҙе ҡыҙартмай ҙа, сағылдырмай ҙа.

Маркировкаһына ла ҡарағыҙ. Уның сертификаты булырға тейеш. UVA, UVB билдәләре ультрофиолет нурҙарын йотоу кимәлен күрһәтә. Пластмасса линзалар ҡояш нурҙарын тотмай, сағылдыра ғына. Быяла иһә уларҙы тотоп ҡала. Һоро быялалы күҙлек төҫтәрҙе дөрөҫөрәк күрһәтә. Быялаһы ныҡ бөгөлгәнде лә алмағыҙ. Европа өсөн эшләнгән күҙлектәр иң яҡшыһы һанала. Ҡояшты сағылдырыу эффекты буйынса улар дүрт төргә бүленә. Европа һәм Рәсәй өсөн - 2-се категория, диңгеҙҙә ял иткәндә, эшләгәндә 3-сө категория ҡулай.


Читайте нас: