газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
13 Июль 2018, 11:32

Ҡыяр тоҙламаһы файҙаһы

* Унан тәмле печенье бешерергә була. Бының өсөн 10-ар аш ҡалағы ҡыяр һыуы, шәкәр ҡомо, үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы һеркә менән һүндерелгән сода, 0,5 кг он кәрәк. Барыһын бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Духовкала әҙер булғансы бешерәбеҙ.

* Тауыҡ һәм балыҡ ҡыҙҙырыу өсөн кляр ҙа яһап була. 1 стакан ҡыяр һыуына шунса он һалабыҙ. Шуға 2 йомортҡа, бысаҡ осонда сода, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы өҫтәп күпертәбеҙ.

* Тоҙламанан ҡышҡы окрошка яһарға ла мөмкин. Бының өсөн бешкән итте, тоҙло ҡыярҙы, маринадланған һарымһаҡты, йомортҡаны шаҡмаҡлап турарға, барыһын бергә болғатып, тоҙламаны ҡушырға кәрәк.

* Ҡыяр тоҙламаһында торған ит айырыуса тәмле булып бешә. Итте артыҡ ҙур булмаған киҫәктәргә турап, өҫтөнә рассол ҡойоп, 3-4 сәғәткә ҡалдырырға. Тейешле ваҡыт уҙғас, итте тоҙламанан алып, тәмләткестәр һәм үҫемлек майы һөртөп, духовкала бешерәбеҙ.
Читайте нас: