Ата-әсәләр балаларға китап уҡы-ғанда уларҙың ни тиклем ҡыуаныуын бөтәһе лә аңлап бөтмәй. Ике йәшкә тиклем көнөнә бер-нисә минут, ике йәштән һуң -15-20 минут уҡырға кәрәк. Әҫәрҙең ниндәй булыуы түгел, ә уны атай йәки әсәй, олатай йәки өләсәй, ағай йәки апайҙың уҡыуы мөһим. Яҡын кешенең тауышы, китаптар һәм шәхси аралашыу йылылыҡ һәм берҙәмлек мөхитен булдыра. Уҡыу барышында бала әҫәрҙең структураһын, сюжетын үҙләштерә. Ҡыҫҡаса әйткәндә, уның логик фекерләүе үҫешә. Балаға бәләкәйҙән уҡыу тормошҡа әҙерлектең тәүге этабы тип һанала. Әлбиттә, балаға китап һайлағанда йәшенә тура килгәнен алыу дөрөҫ, сөнки һәр йәшкә тап килгән әҙәбиәт бар. Ике йәштән бишкә тиклем шиғырҙар, һынағыстар, фольклор, алты йәштән һигеҙ йәшкә тиклем ҡыҙыҡлы геройҙар менән ҙурыраҡ әҫәрҙәр һайлау зарур. Туғыҙ йәштән ун өс йәшкә тиклем балалар тарих, яҙыусылар, тарихи шәхестәрҙең тормошо, эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына, әхлаҡи мәсьәләләргә, дуҫлыҡ, мәхәббәт, бәхет тураһында фекерләүҙәр барлыҡҡа килә. 14 йәштән 18 йәшкә тиклем егеттәрҙең, ҡыҙҙарҙың да яратҡан темалары асыҡлана.
Ни өсөн ололарға ла, балаларға ла китап уҡыу файҙалы? Китап уҡыу һүҙлек запасын һәм грамоталылыҡты арттыра, телмәрҙе байыта, хәтерҙе, фекерләүҙе үҫтерә, уйлап табыу ҡеүәһен арттыра.