Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
13 Июль 2018, 11:33

Башҡорт спецназы

Хәҙер Башҡортостан халҡы эш эҙләп йә Себергә, йә Алыҫ Көнсығышҡа, йә башҡа тарафтарға юллана. Миңә лә бер нисә йыл илебеҙҙең баш ҡалаһында бәхет эҙләргә тура килде. Мәскәүҙә төҙөлөштә эшләргә насип булды. Ә унда кем генә юҡ, элекке СССР-ҙың барлыҡ республикаларынан килгән ҡырҡ ата балаһы.

Бер саҡ эштән һуң беҙҙең Башҡортостан егеттәре йәшәгән вагончиктар араһында мыҡты ғына кәүҙәле, ҡуңыр битле Урта Азия егете туҙып йөрөй. Төшөрөп алғанмы, киндер тартып алйығанмы, үҙе әшәке һүҙҙәр менән һөйләнә. Ә үзбәктәр эскегә слабый, бер ярты өсәүһен аяҡтан йыға. Беҙҙең егеттәр генә ул, ике шешә араҡы алабыҙ тип сығып китәләр ҙә, дүртте күтәреп ҡайталар. “Нишләп ул тиклем алдығыҙ?” – тип һорайбыҙ. “Икәү етмәй бит ул, ҡабат-ҡабат йөрөмәҫ өсөн бер юлы алдыҡ,”- тиҙәр.

Әлеге буйтым ғына булып алған үзбәк егете вагончиктар араһында зыҡ ҡубып йөрөй.

- Я узбекский десантник! Менгә денгиз тездән, барча маглүб етди! Никто мне не указ!

Тегеһенә барып һуғыла, быныһына килеп бәрелә, кеше ҡаса бынан, бәләһенән баш-аяҡ, ана бит, миңә диңгеҙ тубыҡтан, барығыҙҙы ла туҡмайым, ти. Үҙе килеп тороп таҙа малай, тотоп алырлыҡ түгел. Үҙ үзбәктәре лә әйтеп ҡарай, ҡолағына ла элмәй теге десантник, тынысландыра алмайҙар. Шулай аңҡы-тиңке йөрөй торғас, тәмәке тартып торған беҙҙең Аллағыуат егетенә килеп төртөлдө бит был. Арты менән торған Азамат, башта яйлап ҡына боролдо, шунан тәмәке төтөнөнә ыҫланып бергилке ҡарап торҙо. Үзбәк тынысланыр, бәйләнмәҫ тигәндер, моғайын. Ә теге уның һайын ярһый.

- Түшүнмадинме! Мен десантник! Махсус ҡушларинда хизмат иттим!

Үзбәк егетенең ошо һүҙе зитына тейҙе шикелле Азаматтың.

- А я башкирский спецназ! - тип бер генә ҡысҡырҙы ла, киҫкен генә һелтәнеп, үзбәк десантсыһын һуғып та йыҡты. Теге бахыр вагон аҫтына уҡ тәгәрләп кереп китте. Бергилке иҫһеҙ ятты әле ул вагон тәгәрмәсен ҡосаҡлап. Беҙ ҙә ҡурҡып киттек, үзбәк егетенең иптәштәре лә тын ҡалды. Азамат ҡына, үҙебеҙсә ҡаты һүгенеп, вагон эсенә инеп китте. Уның артынан ишек ябылыуға, үзбәк спецназы сәүек эт кеүек шыңшып, ҡолағын тотоп үҙҙәренең яғына олаҡты.

Беҙ үҙебеҙҙең вагонға кергәндә, Азамат тыныс ҡына сәй һемерә ине. Халыҡ бер аҙ тынысланғас, мин һүҙ әйтергә йөрьәт иттем.

- Азамат ҡусты, һин армияла булманың шикелле?

- Һин әллә ул үзбәк булған тиһеңме? - тине ауылдашым, йылмайып.

Уның был һүҙҙәренән һуң беҙҙең башҡорт вагончигы егеттәрҙең шашып көлөүөнән бик оҙаҡ ҡына һелкенеп торғандыр әле. Ә теге үзбәк “десантнигы” башҡаса беҙҙең вагончик янында күренмәне. Вахта аҙағына ҡәҙәре башҡорт спецназы янына ла башҡаса килмәне шикелле.


Читайте нас: