газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
31 Май 2018, 17:58

Эттәр йылмаямы?

Баҡһаң, эттәр үҙ-ара тауышланып һәм еҫкәнеп кенә түгел, ә ым менән дә аралаша икән. Быны итальян ғалимдары асыҡлаған.

Баҡһаң, эттәр үҙ-ара тауышланып һәм еҫкәнеп кенә түгел, ә ым менән дә аралаша икән. Быны итальян ғалимдары асыҡлаған.

Пиза ҡалаһы университеты ҡара-мағындағы тәбиғи тарих музейы хеҙмәткәрҙәре 49 эт ҡат­нашлығында тәжрибә үткәргән. Улар дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы күҙәтеп, уйнағанда бер-береһенә ым менән яуап биреүҙәрен, шул рәүешле үҙ-ара теләктәшлек күрһәтеүҙәрен күргән. Мәҫәлән, компаниялағы күңелле һәм шатлыҡлы мөхит тураһында улар­ҙың йылмайыуҙы хәтерләтеп асылған ауыҙҙары, ергә ятып, икенсеһенә эйелеп, гүйә, уйнарға саҡырыуы. Эттәр элекке таныштары менән үҙҙәрен хислерәк тотҡан, тәмлекәстәре менән дә теләп бүлешкән.

Бығаса ғалимдар, шимпанзе һәм орангутангтар ғына хистәрен шулай белдерә ала, ти ине. Әммә эттәр ҙә бер-береһенә ҡаштарын емерә йәки йылмая белә булып сыҡты түгелме? Хай­уандар быны хужаларынан үҙләштереүе ихтимал, тип иҫәпләй тикшеренеүселәр. Ғалимдарға шулай уҡ дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың беҙҙең кәйефте күҙҙәребеҙгә ҡарап ҡына белеүе билдәле.
Читайте нас: