Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
7 Май 2018, 13:38

Тын ал да дауалан!

Тын алыу техникаһы кеше-ләрҙе дауалау маҡсатында инде меңәр йыллап Японияла, Һиндостанда, Ҡытайҙа ҡулла-ныла. Күнегеүҙәрҙе эшләү өсөн иң ҡулай ваҡыт – иртән. Уларҙы башлар алдынан бүлмәне яҡшы ғына итеп елләтеп алырға кәрәк. Гимнастиканы ас ҡарынға йә иһә ашағандан һуң бер-ике сәғәт үткәс эшләргә кәңәш ителә.

Тын алыу техникаһы кеше-ләрҙе дауалау маҡсатында инде меңәр йыллап Японияла, Һиндостанда, Ҡытайҙа ҡулла-ныла. Күнегеүҙәрҙе эшләү өсөн иң ҡулай ваҡыт – иртән. Уларҙы башлар алдынан бүлмәне яҡшы ғына итеп елләтеп алырға кәрәк. Гимнастиканы ас ҡарынға йә иһә ашағандан һуң бер-ике сәғәт үткәс эшләргә кәңәш ителә.

Йоҡоһоҙлоҡтан

1. Ултырған килеш танау менән тын алырға, ауыҙҙы ослайтып сығарырға. Күнегеүҙе 5-7 тапҡыр ҡабатларға. Үпкә хроник сирҙәренән дә ярҙам итә, хәтерҙе яҡшырта.

2. Ауыҙҙы ослайтып майшәмгә өрөргә. Шундай көс менән өрөргә кәрәк, шәмдең уты һүнмәһен, бәүелеп кенә торһон. Һуңынан майшәмде алыҫҡараҡ күсереп, тағы ла уға өрөргә. Күнегеүҙе ете тапҡыр ҡабатларға. Был күнегеү астманан һәм тын алыу юлдарының хроник сирҙәренән файҙалы.

3. Арҡаға ятҡан килеш телде торба итеп бөгөргә һәм ауыҙ ситенән сығарырға. Шул килеш һауаны эскә тартырға һәм бер аҙ торғандан һуң танауҙан сығарырға. Күнегеүҙе 3-5 тапҡыр ҡабатларға. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ярҙам итә, нервы системаһын тынысландыра.

Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан

1. Ултырған килеш ҡулдарҙы эскә ҡуйырға һәм көслө итеп, тауышланып танау менән тын алырға һәм уны сығарырға. Тын алған ваҡытта эс ҡабарырға, тынды сығарған ваҡытта эскә тартылырға тейеш. Күнегеүҙе 3-5 тапҡыр ҡабатларға.

2. Ултырған килеш ҡулдарҙы эскә ҡуйып эс тулған тойғо барлыҡҡа килгәнсе әкрен генә тын алырға. Һуңынан ауыҙҙы саҡ ҡына асҡан килеш “ф-ф-ф” тип һуҙып, тынды кире сығарырға.

3. Ултырған килеш үпкәгеҙҙе тултырғансы тын алығыҙ, шунан эйәгегеҙҙе күкрәккә төшөрөп, эсегеҙҙәге һауаны тотоп тороғоҙ. Күнегеүҙе өс тапҡыр эшләргә. Хроник үпкә сирҙәренән, диабеттан, һауа етмәүҙән файҙалы.

Бронхиаль астма

1. Арҡаға ятҡан килеш һул ҡул менән уң яҡ ҡабырғаларҙы ҡосаҡларға. Тын алған ваҡытта уң яҡ яурынды күтәреп, уң яҡты мөмкин тиклем үҙегеҙгә тартырға тырышырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта уң яҡ үпкәгеҙҙе тойорға тейешһегеҙ. Тынды сығарырға. Ҡулдарығыҙҙы алмаштырығыҙ һәм күнегеүҙе ҡабатлағыҙ.

Өҫтәмә йоғонтоһо: кәүҙә торошон яҡшырта, сколиозды, хроник үпкә ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн яҡшы.

2. Ултырған йә иһә баҫып торған килеш “бер”ҙә тын алырға, “ике”лә тынды сығарырға. Дүрткә тиклем иҫәпләгәнсе шулай итәбеҙ. Һуңғы фазаны ике тапҡыр ҡабатларға. Тын алған һайын ҡулдарҙы ҡанат ҡаҡҡан кеүек баш өҫтөнә күтәрергә, ә тынды сығарған ваҡытта кире төшөрөргә. Тынды танау менән алырға кәрәк, ә сығарған ваҡытта – ауыҙ менән.

3. Ултырған йә иһә арҡаға ятҡан килеш ауыҙҙы ҙур итеп асырға һәм эскә тын алырға. Тын алған ваҡытта “а-а-а” тигән өн сығарырға кәрәк. Һуҙылырға һәм ауыҙҙы асҡан килеш тынды кире сығарырға. Күнегеүҙе биш тапҡыр ҡабатларға.
Читайте нас: