газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Апрель 2018, 12:42

Телефондан күп ғәпләшмә!

Хәҙерге заманда үҙебеҙҙе телефонһыҙ бөтөнләй күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Урамда ла, автобуста ла, эштә лә унан айырылмайбыҙ, хатта йоҡлағанда ла эргәлә ята. Үҙемдең бала һәм йәш саҡтарымды иҫкә төшөрәм дә, йәшәгәнбеҙ ҙә инде бәйләнешһеҙ. Өйҙә ҡайһы саҡта телефондан һөйләшергә ваҡыт етеңкерәмәй, йә ашарға бешерәһең, йә йыйыштыраһың һәм башҡалар. Урам буйлап берәй ергә йәйәү китеп барғанда, тиҙ генә әле тегеңә, әле быға шылтыратып алаһың.

Хәҙерге заманда үҙебеҙҙе телефонһыҙ бөтөнләй күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Урамда ла, автобуста ла, эштә лә унан айырылмайбыҙ, хатта йоҡлағанда ла эргәлә ята. Үҙемдең бала һәм йәш саҡтарымды иҫкә төшөрәм дә, йәшәгәнбеҙ ҙә инде бәйләнешһеҙ. Өйҙә ҡайһы саҡта телефондан һөйләшергә ваҡыт етеңкерәмәй, йә ашарға бешерәһең, йә йыйыштыраһың һәм башҡалар. Урам буйлап берәй ергә йәйәү китеп барғанда, тиҙ генә әле тегеңә, әле быға шылтыратып алаһың.

Шулай бер көндө аллея буйлап оҙаҡ ҡына телефондан һөйләшеп китеп барам. Бер аҙҙан һаубуллашып, телефонымды кеҫәмә һалыуым булды, янымдан үтеп барыусы бер апай һүҙ ҡушты.

- Эй, һеңлем, ғәфү ит, телефондан урам буйында һөйләшмә, - тине ул.

- Өйҙә ваҡыт еткереп булмай бит, - тим.

- Шулай шул, ваҡыт бер ваҡытта ла етмәй. Әммә телефондан һөйләшкән ваҡытта иғтибарлы була күр, тирә-яғыңда кем килгәнен абайла, артыңа ла күҙ һал. Мин дә шулай урамда гел телефондан һөйләшергә ярата инем, йәнәһе ике ҡуяндың ҡойроғон тотам. Бараһы еремә лә китеп барам, телефондан проблемаларҙы ла хәл итәм, имеш. Хәҙер ныҡ кәрәк булһа ғына телефонымды алам.

- Ә ниңә? - тип аптырап һорауыма туҡталып, үҙе менән булған хәлде һөйләп алып китте.

- Ямғырлы көҙ көндәренең береһендә күрше урамдағы магазинға ғына барып килергә булдым. Телефондан һөйләшә-һөйләшә фатирҙан сыҡтым. Тирә-яғымдағы бер кемгә лә иғтибар итмәйем, береһен дә күрмәйем. Йорттар араһынан китеп бара инем, арттан умыртҡа һөйәгемә берәү килтереп һуҡты. Бәй, кемдер минең менән шаярырға булды ахыры, тип уйлап ҡуйҙым. (Бер нисә тапҡыр шулай таныштарым арттан килтереп шаяртып төрткәйнеләр). Артҡа әйләнеп тә өлгөрмәнем, миңә тағы ла елле генә эләкте бит әй. Быныһында инде һул яҡ ҡулымдағы сумкамды тарттылар. «Мине талайҙар», - тигән уй башымдан үтте шул мәлдә. Егет икәнен генә абайлап ҡалдым. Ул минең шапкам, капюшоным менән күҙемде ҡаплап, туҡмай башланы. Дөмбәҫләүенә ергә йығылдым. Ул сумкамды тарта, мин дә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Ул мине ерҙән һөйрәй башланы. Икенсе ҡулымдағы ҡулсатыр менән егеткә һуғып, көс-хәл менән аяҡҡа баҫтым. Шапкам бер яҡҡа, телефоным икенсе яҡҡа осто. Бер секунд тирәһе күҙгә-күҙ ҡарашып торҙоҡ та, тағы ла «алыша» башланыҡ.

Наркотиктан «иҫергән» егет менән көрәшеп, таман хәлһеҙләндем. Сумкамды ебәрергә генә уйлағайным, беренсе ҡаттағы тәҙрәләрҙең береһенән бер ҡатын: «Хәҙер үк ебәр уны, әтеү полицияға шылтыратам!» - тигәс кенә теге егет ҡасырға мәжбүр булды. Шул саҡ яҡын тирәлә кешеләр ҙә күренә башланы. Ә мин илай-илай телефонымды эҙләйем. Баштан-аяҡ бысранып бөткәнмен, сәсем туҙған, битем шунда уҡ күгәреп-шешенеп тә сыҡты. Тыным ҡыҫылып, һауа етмәй башланы. Шул мәл минең янымдан байтаҡ ҡына кешеләр үтте. Ышанаһыңмы, һеңлем, һеҙҙең менән нәмә булды, ярҙам кәрәкмәйме, тип берәйһе һораһасы?! Мине эсеп йөрөгән ҡатынға оҡшатып, ерәнеп кенә ҡарап уҙҙылар. Көс-хәл менән өйөмә ҡайтып, тиҙ ярҙам саҡырттым.

Бер нисә көндән теге йорт алдына кире килеп, тәҙрәнән ҡысҡырған ҡатынды эҙләп таптым. Иң беренсе уға рәхмәтемде еткерҙем. «Күҙем шешеп сыҡҡас, йөҙөн ул хәтлем абайламаным. Һеҙ бит был районда йәшәйһегеҙ, миңә һөжүм иткән егетте белмәйһегеҙме? Полицияға хәбәр итһәм, шаһит булаһығыҙмы?» - тип һорайым теге апайҙан. «Бәй, ул ирең түгел инеме ни?! Һин уның менән һуғышҡас, һинең иреңдер тип уйлағайным», - тип әйтеп һалмаһынмы. «Сумкаңды алып киттеме ни?» «Юҡ»-тим. «Бер нәмәңде лә урламағас, ниңә полицияға әйтәһең?! Ҡыҙым, минең күҙем йыраҡтан бик насар күрә», - тип аҡлана башланы ул. «Ошолай көпә-көндөҙ кешене юҡ-барға туҡмап китергә яраймы һуң?» - тим.

Ҡотҡарыусыма рәхмәттәрем-де уҡып, һаубуллаштым. Әммә ул апайға бер үпкәм дә юҡ минең. Бары тик үҙем генә ғәйепле, иғтибарлыраҡ булырға кәрәк ине.

Ошо булған хәлдән һуң ике йыл үтте. Саҡ тынысланып киләм. Хәҙер урамда телефондан һөйләшмәйем, сумкамды ла муйыныма аҫып ҡына йөрөйөм һәм иң мөһиме - тирә-яғыма иғтибарлымын, - тип һүҙен тамамланы ул.

Был бер таныш булмаған апайҙың үҙе менән булған хәлде һөйләүе миңә ныҡ тәьҫир итте, хәҙер мин дә иғтибарлыраҡ булырға тырышам. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, тигән бит.
Читайте нас: