газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
2 Апрель 2018, 12:48

Һабантуй

Мәрйәм аҙыҡ-түлек магазинынан ризыҡ ҡына түгел, бик күп яңылыҡ та алып ҡайтты. Түбәнге ос Камил мотоциклы менән йығылып аяғын һындырған. Сәлимәнең ҡыҙы урыҫ кейәү алып ҡайтҡан…

Мәрйәм аҙыҡ-түлек магазинынан ризыҡ ҡына түгел, бик күп яңылыҡ та алып ҡайтты. Түбәнге ос Камил мотоциклы менән йығылып аяғын һындырған. Сәлимәнең ҡыҙы урыҫ кейәү алып ҡайтҡан…

Әлтәфтең быларға бик иҫе китмәне. Ә бына Тирмән менән Күкшек ауылы араһындағы Партизан шишмәһе аҡланында һабантуй була тигәнгә, ҡолағы “ҡарп” итеп ҡуйҙы. Йүгереүселәрҙе быйыл да ҡиммәтле бүләк, хатта беренсе килеүсегә кер йыуыу машинаһы әҙер, ти. Был хәбәр мейеһен электр тогы семберләтеп үткәндәй тәьҫир итте.

Былтыр беренсе урынды яулап, Хоҙайҙың ҡөҙрәте, бер меңлек итек алғайны.

Быға тиклем йыл да мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Йортҡазин Фәнил йүгереү буйынса ал бирмәй торғайны, былтыр аяғы һынып йүгермәне.

“Иллә-мәгәр, Алла бойорһа, быйыл да ал бирмәм”, - тип уйланы Әлтәф, сөнки Мәрйәме лә кер йыуыу машинаһы иҫкерҙе, тип теңкәгә тейә. Магазиндан алырға хәҙер әллә нәмәләр уйлап сығарҙылар. Элек пай түләргә ине, хәҙер инде талонһыҙ бирмәйҙәр. Талон алыр өсөн, ауыл хакимиәтенә барып яҙылып, иҫәпкә торорға тейешһең.

Ашаған ваҡытында ла уйында гел һабантуй булды Әлтәфтең. Йүгереүҙә ҡатнашыу өсөн аяғына еңелерәк кеды алырға тип уйланы, тик тәпешкә рәүешле түгел, бәйләргә бауы булһын. Әтеү, артыңдан ғына йүгергән кеше “бәс-с”, үксәңә баҫһа, төштө ҡалды. Етмәһә, аяғыңа сүп-фәлән инһә, йүгерҙең, йүгермәй ни, арттан беренсе тигән һүҙ.

Бөгөн ялға туҡтаған арала Түбәләҫ магазинына инеп, трусик менән шорты алырға кәрәк. Һабантуй тигәс тә, мәшәҡәте күп бит уның.

Түбәләҫ магазинында күңеленә ятырлыҡ кейем тап булмағас, эсе бошоп ҡуйҙы Әлтәфтең. Шулай ҙа, иртәгә “Вязовая” станцияһына барып эшләйәсәктәрен белгәс, һөйөнөп күңеле күтәрелеп ҡуйҙы. Унда магазин байтаҡ, кеҫәһендә Мәрйәмдән йәшереп йөрөткән “нз” аҡсаһы ла бар, кеше алдында һыр бирәһе юҡ.

Кис эштән ҡайтҡас ике йомортҡа һытып эсте. Үҙ ғүмерендә уны бешермәйенсә ашамағанын белеп, иренә аптырып ҡуйҙы Мәрйәм. Былтыр һарайына һайыҫҡан эйәләште, тип уйлағайны, бына кем булған икән, тип ҡуйҙы эстән генә. Улай тиһәң, үҙе бер һайыҫҡанды ҡапҡанға эләктереп алды, әллә тағы. Ауырып-фәлән киттеме икән Әлтәфе? Өфөләге ҡыҙы Римаға атайың ауырып тора, шәмбе һабантуй ҙа була, тип хат яҙырға кәрәк. Юҡһа былтыр ҙа байрамға ҡайта алмағайны. Бер аҙ шулай уйланып ултырғас, башын һелкеп: “Хәйерлегә генә булһын инде аҙағы, - тип ҡуйҙы. - Аллаһ ҡына һаҡлаһын, ирҙән ҡалырға яҙмаһын. Балаға ҡалған көнөң - ҡараңғы төнөң, тип белмәй әйтмәгәндер халыҡ. Ҡуй, бергә генә ҡартайып, бергә донъянан китергә яҙһын”, - тип уйланды ул.

Икенсе көн Әлтәф “Вязовая” магазиндарын йөрөп сыҡты, плавки менән шорты һатып алды. Кеды юҡ, тигәс, эсе бошто уның, һуң, кәлүш менән йүгереп булмай бит.

Кис эштән ҡайтҡас, тағы ла ике йомортҡа һытып эсте. Нуғай урманына инеп, күнекмә яһап, йүгергеләп сыҡты. Мәрйәме: “Әлтәф, дауаханаға барып күрен әле”, - тигәс, ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы, һинең ҡайғың юҡ, йәнәһе. Тағы төн үтте, төшкө аш ваҡытында Тирмән магазинына инеп сыҡты, кеды табалмам тип тәҡәте ҡороно. Бер көн эштән һуң Сулеялағы район-ара базаға юл тотто. Аяғына тамам ғынаһын тапты. Төнгө поезд менән ҡайтҡанда, Мәрйәме һаман йоҡламағайны әле, ишектә күреү менән илап ебәрҙе.

- Берәй ерҙә үлеп яталыр тип уйлап бөттөм. Был тиклем дә моңһоҙ булырһың икән, ҡайҙа йөрөйһөң, һин, эт урынына сабып, әллә берәй һөйәркәң бармы? Йә Хоҙайым, ҡартайған көнөңдә!

- Йә, ярар, етәр, бына ҡайттым бит, кеды эҙләп электричкаға һуңға ҡалдым, бына шул, - тигән булды Әлтәф. Тағы ла ас ҡарынға ике йомортҡа һытып эсте. Ошо төн хатта төшөндә ул, беренселекте уға биргәндәр, Мәрйәме кер йыуыу машинаһын ҡосаҡлап уҡ алған икән, тип күрҙе.

Әлтәф ял көнө һабантуй яланына иң тәүгеләрҙән булып килде. Ауыл хакимиәте башлығы уны күреү менән:

- Әллә, ағай, быйыл да йүгерәбеҙ? - тине, түш кеҫәһенән блокнотын сығарып.

- Яҙ, ҡустым, яҙ. Йүгерәм, мин кемдән кәм, - тигән булды.

Бына Әлтәф аҙна буйы көтөп әҙерләнгән һабантуйы башланды. Тәүҙә иген сәскән, һауынсы, мал ҡараусыларҙы һәм ярышта еңеүселәрҙе ҡотланылар. Һуңынан бер урында йыр-бейеү, икенсе яҡтараҡ ат сабышы, ә өсөнсө урында йүгереүселәр ярышы башланды. Ун бишләп кеше йыйылып киткән. Күбеһе - ҡаланан ҡайтҡан йәштәр. Әлтәф тиҫтерҙәре лә бар, ололар араһында әлеге уҡытыусы Йортҡазинды ла күргәс, Әлтәф шөрләп ҡуйҙы. Шулай ҙа, кедаһы менән шортыйын кейеп, алға сығып баҫты. Йәштәрҙекенә ҡарағанда аяҡтары нәҙегерәк булһа ла, көсө бар әле уның. Ана, нисәмә саҡрым үтә ул йәйәү тимер юл буйлап.

Йүгереү ҡулсаһы бер саҡрым. Бына музыка уйнай башланы. Марш… Ун бишләп кеше уҡтай алға ынтылды. Әлтәф тәүҙәрәк уртала, һуңынан алға сыға башланы. Береһен дә алға үткәрмәҫкә тигән уй ине уның мейеһендә. У-х-х, кемдер алға сыға башланы, баш күтәрергә лә ҡурҡа Әлтәф, әммә ҡарай ҡуйҙы. Йортҡазин бит был. Уның быуын хәлһеҙләнгәндәй булды. “Бер метр.., өс метр.., ҡалдың, ҡалдың”, - тине ул үҙ-үҙенә. Тик ниңәлер халыҡ ҡысҡырып көлә башланы, етмәһә аяғына нимәлер урала. Йүгергән ыңғайҙан ҡотолдо теге аяҡҡа буталған әйберҙән. “Уф-ф, минең ҡартлыҡтан көләләр. Көлөгөҙ, көл, әйҙә, ынтыл, Әлтәф, һуңынан кем көлөр икән әле”, - тип үҙен-үҙе дәртләндерҙе. Шул саҡ уның алдынан ғына йүгергән Йортҡазин ниңәлер артына әйләнеп уға төбәлде лә, ергә сүгәләне.

“Бына финиш, мин еңдем, еңдем! Мин - Ғайнанов Әлтәф!” - тип һөрәнләне уның эске тауышы. Финишҡа килеп еткәс, “Ур-р-а-а!” тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Сәғәтенә ҡарап көтөп торған хакимиәт башлығының күҙҙәре маңлайына менгәндәй аҡайған. Әһә-ә, тип уйланы Әлтәф, Йортҡазинды көткәй-неңме? Хәле бөткән Әлтәф ҡулдарын өҫкә күтәргән саҡта нәмәгәлер ҡағылғандай булғас, эйелеп ҡараһа, үҙенең ниндәй хәлдә икәнлеген саҡ төшөндө. Шортыйы юҡ, резинкаһы өҙөлгән күрәһең, ҡәһәрең, ней эстән трусик кейеп тормағайны. Йә, шыр яланғас йүгергән бит! Ул ике ҡулын яланғас бот араһына ҡуйып, хакимиәт башлығы артына йәшенгән булды - ояты ни тора! Ул финишта ҡалдырған әйберҙәрен ҡосаҡлап урманға йүгерҙе.

Ошо ваҡиғанан һуң Әлтәф оҙаҡ ҡына кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Ә һабантуйҙа ире беренселекте алғанға күрә, Мәрйәме кер йыуыу машинаһын ҡосаҡлап алып ҡайтҡайны.


Читайте нас: