Гөлгөнә тәҙрәнән ҡарай. Ноябрь айы етте. Тышта һалҡын ғына, ә ҡар аҙ әле. Шулай булһа ла, балаларын саналарға ултыртып, ата-әсәләр балалар баҡсаһына ағыла. Ҡайһы берәүҙәре балаларын күтәреп алған. Гөлгөнәгә моңһоу булып китте. Күҙҙәренә йәш тығылды. Өйләнешкәндәренә биш йыл, һаман балаға уҙа алмай. Табиптарға ла йөрөнөләр. Кисә генә дауаханаға барып анализдарын белде, тик ыңғай яуап ишетмәне. Яңы йылға Маратты яҡшы яңылыҡ менән һөйөндөрөрмөн, тип уйлағайны.
Марат менән һөйләшеп, балалар йортонан ҡыҙ бала алырға булдылар. Бер көндө икәүләп барып ғариза яҙып ҡуй-ҙылар. “Көтөгөҙ, хәбәр итербеҙ”, - тине балалар йорто етәксеһе.
Әлфиәгә биш йәш инде. Үҙен белгәндән бирле балалар йортонда тәрбиәләнә. Әйтерһең, ул балалар йортоноң ғына балаһы. Атаһы ла, әсәһе лә - балалар йорто. Ә шулай ҙа шәфҡәт туташы булып эшләгән Айһылыу апаһы бер ваҡыт арҡаһынан һөйөп: “Бала табыу йортонда уҡ шундай һөйкөмлө, тубырсыҡ кеүек инең, бәләкәсем”, - тип әйтеп ҡуйғайны. “Улай бала табыу йортонан бында килгәс, минең атайым, әсәйем булған инде, улар ҡайҙа? Нишләп улар мине һаман килеп алмайҙар икән?” - тигән һорауҙар килде башына. Бына яңыраҡ ҡына өс йәшлек Гүзәлде һәм уның ике йәшлек ҡустыһы Радмирҙы килтерҙеләр балалар йортона. Тәрбиәсе апайҙарының һөйләшеп ултырғандарын ишетеп ҡалды ҡыҙ: “Әсәләре эсә икән, аталары сығып киткән, балаларҙы ҡараусы юҡ, шуға әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп балаларҙы беҙгә килтергәндәр”.
Әлфиә кеүек шуҡ, теремек балалар күп бында. Тәрбиәсе апайҙары, шәфҡәт туташтары - барыһы ла һәйбәттәр. Ашаталар, йоҡлаталар, саф һауала уйнаталар. Тәрбиәсе апайҙары һүрәт төшөрөргә, йырларға, бейергә өйрәтә. Иртәлектәрҙә матур итеп өҫтәлдәр әҙерләйҙәр. Ниндәй генә тәмлекәстәр ҡуймайҙар унда. Барыһы ла етерлек.
Бына оҙаҡламай Әлфиәнең иң яратҡан байрамы - Яңы йыл етә. Тәрбиәсе апайҙары байрамға шиғыр, йырҙар, бейеүҙәр өйрәтте. Яңы йыл етеүгә ун көн ҡалғас, Ҡыш бабайҙан ”иң-иң ныҡ ҙур теләктәрен” һорарға ҡушты. Гөлсөм апайҙары теләктәрҙе яҙып ултырҙы. Кемдер ҙур ҡурсаҡ, машина, кемдер самолет, кәнфит, йә альбом, китап, буяу, ҡәләм һәм башҡа нәмәләр һораны. Ә Әлфиәнең иң ҙур теләге - атай менән әсәй ине. Ул тәрбиәсе апаһы янына иң аҙаҡтан ғына килеп баҫты.
- Әлфиә бәләкәсем, һин ниңә бер нәмә лә һорамайһың? - тине Гөлсөм апаһы.
Әлфиә ышанысһыҙ ғына башын эйҙе.
- Апай, минең теләгемде үтәргә Ҡыш бабайҙың аҡсаһы етер микән? - тине.
- Уй, Әлфиә, Ҡыш бабай үтәй алмаҫтай ниндәй ҙур теләк икән ул? - тине тәрбиәсе.
- Ҡыш бабай миңә әсәй менән атай алып килһен, - тине Әлфиә.
Гөлсөм Әлфиәне ҡосаҡлап шымып ҡалды. Шулай ҙа бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә ручка алып дәфтәргә нимәлер яҙып ҡуйҙы.
Гөлсөм апайҙары етәксе бүлмәһенә инеп китте. Ул Әлфиәнең теләген еткерҙе.
Марат менән Гөлгөнәне Яңы йыл иртәлегенә саҡырҙылар. Биш йәшлек ҡыҙҙың теләге тураһында әйттеләр. Йәштәр был яңылыҡты шатланып ҡабул итте. Өйҙә Әлфиәгә карауат әҙерләнеләр, кейемдәр, уйынсыҡтар һатып алдылар, шыршы ултырттылар.
Яңы йыл иртәлеге шундай матур барҙы, балалар бейенеләр, йырланылар. Ҡыш бабай исемлеген тотоп, һәр балаға һораған бүләген тапшыра барҙы. Сират Әлфиәгә етте. Әлфиә шиғыр һөйләп бөткәс, Ҡыш бабай өс мәртәбә ҡул сапты. Шул саҡ шыршы янына матур ағай һәм апай сығып баҫты.
- Әлфиә ҡыҙым, был һинең теләгең һәм һораған бүләгең - әсәйең һәм атайың, - тине.
- Әсәй, атай! - тип бар тауышына ҡысҡырып ебәрҙе.
Марат Әлфиәне күтәреп алды, Гөлгөнә уларҙы килеп ҡосаҡланы.
- Өйгә ҡайтабыҙмы хәҙер? - тине Әлфиә. Тәрбиәселәрҙең, тулҡынланыуҙан, күҙҙәренә йәш тулды.
- Ҡайтабыҙ, ҡыҙым, ҡайтабыҙ, һине саҡ килеп таптыҡ бит, - тине Гөлгөнә.
Күңелле музыка уйнап ебәрҙе, бөтә зал дәртле Яңы йыл йырын йырлап, бейене. Әлфиә лә яңы ғына тапҡан ата-әсәһе менән етәкләшеп, шыршы тирәләй әйләнде, Ҡыш бабайҙан күстәнәс алып шатланды.
Тәрбиәселәр Әлфиәгә һәм уның ата-әсәһенә бәхет һәм уңыштар теләп оҙатып ҡалды. Ошо минутта Әлфиәнән дә бәхетле кеше юҡ ине. Улар урамға сығып, ҙур, матур аҡ машинаға ултырып, өйҙәренә ҡайтып киттеләр.