газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
31 Ғинуар 2018, 15:13

Ноутбук һайлай беләһеңме?

Иң беренсе формаһына иғтибар итегеҙ. Ауырлығын да иҫәптә тотоғоҙ. Шул уҡ ваҡытта тышҡы матурлығына алданмағыҙ.

Иң беренсе формаһына иғтибар итегеҙ. Ауырлығын да иҫәптә тотоғоҙ. Шул уҡ ваҡытта тышҡы матурлығына алданмағыҙ.

Ноутбуктың эш параметрҙары мөһимерәк. Мәҫәлән, батареяның күләме. Ғәҙәттә, стандарт комплектҡа уртаса һыйҙырышлы батарея ҡуялар. Әгәр ҙә уның менән селтәрҙән тыш эшләйһегеҙ икән, ҙур күләмле батареялыһын алығыҙ. Хәҙер ноутбуктың процессорҙары ла энергияны һаҡлап эш итә. Нигеҙҙә, офис документтары менән эшләүсе кешеләргә уртаса процессорлыһы яҡшы булыр. Был осраҡта һеҙҙе мәғлүмәт эшкәртеү тиҙлеге ҡәнәғәтләндерер. Ноутбуктың оператив хәтер күләменә лә иғтибар итеү шарт. Хәтерҙең аҙ булыуы эште тотҡарлаясаҡ, кәрәкле программалар асылмаясаҡ һәм әкрен эшләйәсәк. Тағы ла бер мөһим фактор - ноутбуктың видеосистемаһы. Әгәр ҙә һеҙгә ҡатмарлы программалар менән эшләргә тура килһә, запас видео-система талап ителә. Винчестерға ла (мәғлүмәтте һаҡлау урыны, йәғни электрон архив) иғтибар итегеҙ. Күп мәғлүмәт йөрөтөргә тура килһә, ҙур хәтерле винчестер һайлағыҙ.
Читайте нас: