газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
19 Ғинуар 2018, 13:44

Бер-берегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ!

Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе башҡа ысулдар менән дә ҡотолорға мөмкин. Ғалимдар раҫлауынса, медитация һауыҡтырыу көсөнә эйә. Әммә күптән түгел тағы ла һөҙөмтәлерәк алым табылған, ул - ҡосаҡлашыу.

Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу йәки башҡа дауа ярҙа-мында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе башҡа ысулдар менән дә ҡотолорға мөмкин. Ғалимдар раҫлауынса, медитация һауыҡтырыу көсөнә эйә. Әммә күптән түгел тағы ла һөҙөмтәлерәк алым табылған, ул - ҡосаҡ-лашыу.

21 ғинуарҙа таныш булмаған кеше һеҙҙе ҡапыл ҡосаҡлап алһа, аптырамағыҙ, был көндө бөтә донъяла ҡосаҡлашыу көнө билдәләнә. Был ғәҙәти булмаған байрамға 1970 йылда Австралияла нигеҙ һалынған. Хуан исемле йәш егет Сидней аэропортына килеп төшкәс, уны бер кем дә ҡаршы алмағанлыҡтан ныҡ кәйефһеҙләнгән. Һәм оҙаҡ уйлап тормай, бер ҡағыҙ битенә “Ҡосаҡлашыуҙар бушлай” тип яҙып, аэропорт бинаһында байтаҡ ваҡыт ошо ҡағыҙ менән баҫып тора. Янынан кешеләр аптыраулы ҡараш менән, йә йылмайып үтә, ләкин берәү ҙә яҡын килмәй. Шулай ҙа бер аҙҙан бер ҡатын Хуан янына килеп, үҙенең яратҡан кешеһе менән ташлашыуын, нисек уға ауыр булыуын һәм уға дуҫтарса ҡосаҡлашыу кәрәк булыуын әйткән. Был байрамға 1986 йылда Европа, Америка Ҡушма Штаттары ҡушылып, бер нисә йылдан бөтә планетаға таралған.

Швеция тикшеренеүселәре, тәжрибә үткәреп, ошондай һығымтаға килгән. Ҙур ихласлыҡ, йылылыҡ менән ҡосаҡлашыуҙың бына тигән дауалау көсөнә эйә булыуы асыҡланған. Кеше бер-береһенә һыйынышҡанда, мейенең ҡәнәғәтлек тойғоһо алыу үҙәге әүҙемләшә икән. Шул саҡта мейеләге ауыртыныу йәки стресс хаҡындағы мәғлүмәт өсөн яуаплы башҡа системаларҙың эше һүлпәнәйә. Шуға күрә кеше тиҙерәк тыныслана һәм ауыртыныу-һыҙланыу үтә.

Ҡосаҡлашыуҙың файҙаһы:

- кәйеф күтәрелә, үҙеңде яҡшы тойоуға булышлыҡ итә;

- ҡосаҡҡа эләккән кеше үҙен кәрәкле һәм яҡлаусы барлығын тоя, шатлыҡ тойғолары кисерә;

- үҙәк нервы системаһының эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай;

- иммунитетты һәм ҡанда гемоглабин кимәлен күтәрә;

- кешеләргә ҡарата яҡшы хистәр уятыусы окситоцин гормонының кимәлен арттыра.

Яратҡан кешеләрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ, уларға матур һүҙҙәр йәлләмәгеҙ. Һәм бөтәһе лә яҡшы буласаҡ!


Читайте нас: