газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Декабрь 2017, 11:13

Быяланы аҡбур таҙартыр

Быяланы таҙартыу өсөн иң яҡшы сара – 2-3 ҡалаҡ төйөлгән аҡбур йәки теш порошыгына бер стакан һыу һалып иҙегеҙ ҙә быялаға һөртөп, кипкәнен көтөп тороғоҙ. Унан сепрәк йәки гәзит менән ышҡып ялтыратығыҙ.

* Тышы ҡалын лимон әсерәк була.

* Икмәк тиҙ иҫкермәһен өсөн һаҡлаған һауытҡа сей картуф һалығыҙ.

* Әстерхан сәтләүеген ҡулланыр алдынан духовкала тотоп алһағыҙ, хуш еҫле һәм тәмле булыр.

* Ыуғыстан ҡырылған сей картуф ҡараймаһын өсөн һөт ҡушығыҙ.

* Өйөгөҙгә хуш еҫ таралһын тиһәгеҙ, туҙан һурҙырғыстан эфир майына сылатылған мамыҡты һурҙырығыҙ.

* Ҡаты һәм тығыҙ тәңкәле балыҡты ҡайнап торған һыуға һалып, 15-30 секунд бешекләп алһаң, тәңкәһе тиҙ ҡуба.

* Балыҡты ҡыҙҙырыр алдынан уны ыуылған сыр ҡушылған онда йәки сохарыйҙа әүәләгеҙ.

* Тауыҡ ҡыҙарып бешһен өсөн уға ҡуйы итеп ҡаймаҡ һыларға кәрәк.

* Дөгө таралып торһон һәм тәмле булып бешһен өсөн һыуға бер аҙ аш һеркәһе һалығыҙ.

Читайте нас: